Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАТИПОВ Ғабдрахман Хәким улы

Просмотров: 992

ЛАТИПОВ Ғабдрахман Хәким улы [1917, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Иҫке Бәшир а. (БР‑ҙың Саҡмағош районы) — 25.1.1945, Бреслау ҡ. (Германия) янында, Вроцлав ҡ. (Польша) ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. майынан Ялан, Көньяҡ-Көнбайыш, 3‑сө, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 78‑се уҡсылар корпусы 31‑се уҡсылар дивизияһы 32‑се артиллерия полкының орудие командиры сержант Л. 1945 й. 25 ғинуарында Бреслау ҡ. көньяҡ-көнсығыштараҡ Одер й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1945). Герой исеме Иҫке Бәшир а. мәктәпкә, Саҡмағош районы торама пункттарындағы урамдарға бирелгән. Тыуған ауылында Л. йәшәгән йортта музей асылған, мемориаль таҡтаташ, Саҡмағош районы Саҡмағош а. һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.02.2024