Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР

Просмотров: 1446

ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР, тел‑ара бәйләнештәр һөҙөмтәһендә бер телдән икенсе тел системаһына күсерелгән һүҙҙәр. Яңы төшөнсәләрҙе белдереү, элек булғандарын артабан дифференциациялау һәм әлегә тиклем билдәле булмаған предметтарҙы атау өсөн ҡулланыла. Башҡорт телендә Ү.һ. 3 төп төркөмдән тора: ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр, фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр һәм урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр. Ү.һ. ш.уҡ интернационализмдар индерелә. Тура (ниндәй ҙә булһа берәй телдән туранан‑тура) һәм ситләтелгән (икенсе тел аша) Ү.һ. айырыла. Ситләтелгән Ү.һ. башҡ. теленә, башлыса, урыҫ теле аша үтеп ингән һүҙҙәрҙән тора. Телдән һәм яҙма үҙләштерелә. Телдән үҙләштерелгәндә һүҙҙәр үҙләштергән телдең системаһына яраҡлаша һәм йыш ҡына тулыһынса уның фономорфологик төҙөлөшөнә буйһона; үҙләштергән телдә һөйләшеүселәр уның сит тел һүҙе икәнен тоймай һәм ул этимологик анализ (ҡара: Этимология) ярҙамында ғына асыҡлана, сағ.: ғәр. “ҡалуғәтүн” — башҡ. “ҡала”, урыҫса “рожь” — башҡ. “арыш”, фарс. “джан” — башҡ. “йән” һ.б. Яҙма Ү.һ. сығанаҡ телдең өн, орфографик, грамматик һәм семантик үҙенсәлектәрен һаҡларға булышлыҡ итә, мәҫ., “хәҡиҡәт”, “ғәҙәт” һ.б. башҡ. теленең фонетик законлыҡтарына ҡаршы килә (ҡара: Сингармонизм). Ҡайһы бер осраҡта мәғәнә үҙгәрә, мәҫ., ғәр. телендә “барыу” мәғәнәһен аңлатҡан “зыярат” һүҙе башҡ. телендә үлгән кешеләрҙе ерләй торған урынды белдерә. Сит тел һүҙҙәренең һүҙьяһалышы йәки мәғәнәүи структураһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән калькалар Ү.һ. килеп тоташа (мәҫ., башҡ. “башватҡыс” — урыҫса “головоломка”, “ҡулъяҙма” — “рукопись”, “киҫәксә” — “частица” һ.б.). Оҙайлы тарихи мөнәсәбәттәр һәм телдәрҙең ҡушылыуы һөҙөмтәһендә Ү.һ. башҡ. теленең лексикаһында ҙур урын алып тора. Башҡортостанда ике теллелек шарттарында үҙләштереү процесы көсәйә.

Әҙәб.: К и е к б а е в Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. Өфө, 1966; Ҡ а һ а р м а н о в Ғ.Ғ. Башҡорт теленең лексикаһы һәм терминологияһы. Стәрлетамаҡ, 2002; И ш б е р д и н Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. М., 1986.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.01.2023