Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗӘЙНУЛЛИН Марат Вәли улы

Просмотров: 1694

 

ЗӘЙНУЛЛИН Марат Вәли улы (5.11.1935, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Үрге Башҡ. Һаҙы а., хәҙ. БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Үрге Һаҙ а., — 13.5.2016, Өфө), тел белгесе. БР ФА акад. (2009), филол. ф. д‑ры (1988), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1992), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1995), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). БДУ‑ны тамамлаған (1959), 1962 й. алып шунда уҡ эшләй; 1966—91 йй. филол. ф‑ты, 2000—11 йй. башҡ. филол. һәм журналистика ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 1989—2014 йй. алып башҡ. һәм дөйөм тел ғилеме каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. теле һәм башҡа төрки телдәр грамматикаһына, башҡорт телен һәм урыҫ телен сағыштырма өйрәнеүгә, лингвокультурология проблемаларына арналған. “Тел модаллеге асылы һәм сиктәре тураһында (башҡорт һәм башҡа төрки телдәре материалында)” [“О сущности и границах языковой модальности (на материале башкирского и других тюркских языков)”; 2013] монографияһында телдең төрлө кимәлдәренә (лексик, һүҙьяһалыш, морфол., синтаксик) ҡараған модаллекте сағылдырыусы төп сараларҙы тикшергән. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ж.Ғ.Кейекбаев ис. (1996), З.Биишева ис. (2008) пр. лауреаты.

Х е ҙ м.: Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Морфология. Өфө, 2005; Общие проблемы лингвокультурологии. Уфа, 2008 (авторҙ.); Лингвокультурология и межкультурная коммуникация. Уфа, 2014 (авторҙ.).

И.Ғ.Ғәләүетдинов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.05.2023
Шәхестәр:
Связанные статьи: