МӨХӘМӘТГӘРӘЕВ Венер Мансур улы
МӨХӘМӘТГӘРӘЕВ Венер Мансур улы (22.12.1961, Өфө), лётчик, капитан (1988). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2008). Сызрань юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын (1983), СССР Авиация сәнәғәте министрлығының А.В.Федотов ис. Һынаусы лётчиктар мәктәбен (Жуковский ҡ., 1989) тамамлаған. 1979 й. алып Совет Армияһында. Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша (1986—87). Z‑11, Ка‑32 һәм Ми‑34 вертолёттарына һынау үткәрә. Герой исеменә капитан М. авиация техникаһының яңы өлгөләрен һынауҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1988) М.М.Громов ис. Осоу-тикшеренеү ин‑тында (Жуковский) эшләй. Ҡыҙыл Йондоҙ (1989), Батырлыҡ (2005) орд. м‑н бүләкләнгән.
Е.А.Смирнов
Тәрж. М.Х.Хужин