Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАСЕЕВТАР, цирк артистары

Просмотров: 822

КАСЕЕВТАР, цирк артистары ғаиләһе, акробаттар, дрессировщиктар. Рөстәм Расиҡ улы К. (18.4.1929, ТАССР‑ҙың Йәнтуған а. — 29.10.1997, Мәскәү). РФ‑тың халыҡ (1992), БАССР‑ҙың халыҡ (1975) һәм атҡ. (1973) артисы. Мәскәү өлкә пед. ин‑тын (1955), ГИТИС‑ты (1968; Ф.Г.Бардиан, Б.А.Эдер курсы) тамамлаған. 1959—97 йй. Рәсәй дәүләт цирк компанияһы (Мәскәү) артисы. “Акробатик пар” номерын, айыуҙар ҡатнашлығындағы “Айыуҙар — 72”, “Оло Етегән йондоҙлоғо” аттракциондарын ижад итә, уларҙың етәксеһе һәм ҡатнашыусыһы. Рәсәй буйлап һәм донъяның 20‑нән ашыу илендә гастролдәрҙә була. Бөтә Союз цирк сәнғәте конкурсы лауреаты (Мәскәү, 1977). Нелли Александровна К. (25.12.1937, Амур өлк. Де‑Кастри бухтаһы). РФ‑тың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1996) артисы, БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1975). Ростов инженерлыҡ‑төҙөлөш ин‑тын (1962), Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын (1971) тамамлаған. 1972 й. алып Рәсәй дәүләт цирк компанияһы артисы. “Айыуҙар — 72”, “Оло Етегән йондоҙлоғо” аттракциондарында эшләй. Рәсәй буйлап һәм донъяның 50‑нән ашыу илендә гастролдәрҙә була. Бөтә Союз цирк сәнғәте конкурсы (Мәскәү, 1977), “Циркъ” милли пр. (С.‑Петербург, 2006) лауреаты. Ренат Рөстәм улы К. (21.5.1964, Мәскәү). ГИТИС‑ты (2006; Г.Г.Дадамян, Ю.М.Орлов курсы) тамамлаған. 1975 й. алып Рәсәй дәүләт цирк компанияһы артисы. “Комик акробаттар”, “Иллюзия-трансформация” номерҙарында эшләй; “Оло Етегән йондоҙлоғо” аттракционы етәксеһе һәм ҡатнашыусыһы. Рәсәй буйлап һәм донъяның 12 илендә гастролдәрҙә була. “Циркъ” милли пр. лауреаты (С.‑Петербург, 2006). Дания Рөстәм ҡыҙы МаасК. (22.3.1966, Мәскәү). ГИТИС‑ты (1987; В.А.Гнеушев, М.И.Немчинский курсы) тамамлаған. 1980 й. алып Бөтә Союз “Союзгосцирк” ижади‑производство берекмәһе артисы, 1988 й. башлап АҠШ‑та йәшәй һәм эшләй. “Хула‑хуптар менән уйын” номерын башҡара. “Иллюзия-трансформация” номерын ижад итеүсе, уның етәксеһе һәм ҡатнашыусыһы. Рәсәй буйлап һәм донъяның 40‑тан ашыу илендә гастролдәрҙә була. Бөтә Союз цирк сәнғәте конкурсы (Һарытау ҡ., 1986), “Алдағы көн циркы” (“Цирк завтрашнего дня”) Халыҡ‑ара фестивале (Париж, 1988; Гран‑при) лауреаты.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Илл.: Н.А. һәм Рөстәм Р.Касеевтар “Оло Етегән йондоҙлоғо” аттракционында

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: