Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУТИН Илдархан Ибраһим улы

Просмотров: 1844

МУТИН Илдархан Ибраһим улы [21.7.1888, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Таҡталасыҡ а. (ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны) — 3.2.1938], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Мутиндар нәҫеленән. 4 класлы Минзәлә ҡала уч‑щеһын тамамлаған. 1917 й. июленән Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы, Башҡ. мәркәз шураһының хәрби бүлеге мөдире, дек. алып Башҡорт хөкүмәте һәм Кесе ҡоролтай ағзаһы. 1918 й. февр. Башҡ. хөкүмәтенең башҡа ағзалары м‑н бергә Ырымбур губерна хәрби-революцион комитеты тарафынан ҡулға алына. Июлдән Башҡорт хәрби шураһы рәйесе урынбаҫары, Башҡ. хөкүмәтенең финанс бүлеге мөдире. Авг.— сент. Башҡ. хәрби шураһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы. 1919 й. мартынан АСБР‑ҙың эске эштәр, апр. — соц. тәьминәт б‑са халыҡ комиссары, июндән — Башҡортостан хәрби-революцион комитеты вәкилдәре советы ағзаһы. Башҡ. респ. улус советтары ойоштороу м‑н шөғөлләнгән. Сент. башлап АСБР‑ҙың аҙыҡ-түлек б‑са халыҡ комиссары урынбаҫары, бер үк ваҡытта дек. алып “Башкирпомощь” вәкиле урынбаҫары. 1920 й. июнендә Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ының “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” декреты сыҡҡас, протест йөҙөнән Башревкомдың башҡа ағзалары м‑н бергә вазифаһын ҡалдырып, Урта Азияға сығып китә. Бохара халыҡ совет респ. Кермине округында халыҡ мәғарифы бүлегендә эшләй. 1921 й. алып Башцентросоюз (ҡара: Ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы) идараһы рәйесе, 1922 й. — уның һәм Мәскәүҙә Башҡ‑н ХКС‑ы вәкиле, 1923 й. — БАССР ғәриптәр кооперацияһы идараһы ағзаһы, 1926 й. — Мәскәүҙә Башҡ‑н сауҙа вәкиллеге мөдире урынбаҫары. Репрессиялана (1938), атыла. 

З.Ғ.Ғәтиәтуллин, А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: