Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЛЮБИЗАР”, йыр

Просмотров: 1162

“ЛЮБИЗАР”, башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Йырҙың шиғри тексы тәүге тапҡыр 20 б. 10‑сы йй. Ф.К.Туйкин [уның “Ватан ҡаһармандары” пьесаһында ҡулланылған, ш. уҡ исемле китабында (1912) баҫыла], һуңынан С.М.Мифтахов тарафынан яҙып алына. Бер варианты 1946 й. М.М. Вәлиев тарафынан З.С.Иғдәүләтовтан яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Йырҙың барлыҡҡа килеүе Ватан һуғышы (1812) һәм рус армияһы ның сит илгә походтары (1813—14) ваҡиғаларына бәйле. Риүәйәт б‑са, бер ҙур алыштан һуң М.И.Кутузов башҡ. полкы ком. Ҡаһым Мырҙашевты (ҡара: “Ҡаһым түрә”) үҙенә саҡырып ала ла батырлыҡтары өсөн маҡтай: “Любезные вы мои башкирцы, молодцы!”. Башҡ. яугирҙары был һүҙҙәрҙе дәррәү күтәреп алып, үҙҙәренсә үҙгәртеп, бейеү‑марш характерындағы йыр ижад итә. Мажор пентатоникаһы өндәренә нигеҙләнгән көйгә парлы периодик структура (йыр башы һәм ҡушымта), ҙур булмаған диапазон (таҙа дуодецима) хас.

Башҡарыусылар араһында Р.С.Ишбаев, “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмө, “Йәдкәр” фольклор ансамбле. Г.П.Маркоров тарафынан эстрада оркестры өсөн, Р.Ә.Мортазин — хор һәм фп., А.И.Ҡобағошов — ҡурайсылар ансамбле өсөн эшкәртелгән. Йырҙың көйө “Ҡаһым түрә” операһында, Х.Ә.Ишбирҙин ҡуйған “Любезники, любизар” бейеүендә ҡулланылған.

Әҙәб.: Башкирское народное творчество. Т.8. Песни (дооктябрьский период). Уфа, 1995.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019