Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘЖИТОВ Хөсәйен Йәләй улы

Просмотров: 1088

МӘЖИТОВ Хөсәйен Йәләй улы (19.4.1928, Стәрлетамаҡ ҡ. — 3.11. 1989, Өфө), йырсы (баритон). БАССР‑ҙың халыҡ (1975), атҡ. (1964) артисы. Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1953; Е.В.Кузьмина класы) БДОБТ, 1978—89 йй. Башҡ. филармонияһы солисы. М. сәнғәтенә дәртлелек, тәьҫирлелек хас, ул сағыу вокаль һәм актёрлыҡ һәләттәренә, сәхнә һөйкөмлөлөгөнә эйә була. М. урыҫ — Егет (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский‑Корсаков), сит ил — Жермон (“Травиата”, Дж.Верди), Валентин (“Фауст”, Ш.Гуно), башҡ. — Әбделхаҡ (“Ағиҙел тулҡындары”), Баг‑ ров, Сораман (“Салауат Юлаев”; дебют, 1955), Сәхи, Яҡуп (“Шәүрә”), Ильяс (“Ҡоҙаса”; бөтәһе лә — З.Ғ.Исмәғилев), Волгин (“Дауыл”) — комп. әҫәрҙәрендә 60‑тан ашыу образ ижад итә. Концерт репертуарында 300‑ҙән ашыу йыр һәм романс, ш. иҫ. Х.Ф.Әхмәтовтың “Башҡорт ҡымыҙы”, Т.Ш.Кәримовтың “Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал!”, Д.Д.Хәсәншиндың “Һалдат хаты”, “Ах һин, төнкәй” (“Ах ты, ноченька”) урыҫ, “Ғайса ахун”, “Уҙған ғүмер”, “Һанаҡа” башҡ. халыҡ йырҙары. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955) ҡатнаша. СССР, Венгрия, Германия, Монголия, Финляндия буйлап гастролдәрҙә була. Өфөлә М. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: В а л е е в а А.А. Светлый день (Хусаин Мазитов на сцене и в жизни). Уфа, 2009. 

 Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019