Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“МАРШРУТ”, инструменталь көйө

Просмотров: 890

“МАРШРУТ”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр 1939 й. Л.Н.Лебединский тарафынан Белорет р‑нында Ҡ.Әхмәтйәновтан яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” китабында баҫтырыла. Варианттарын З.Ғ.Исмәғилев, А.С.Ключарёв, Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала. Бейеү‑марш характерындағы көй. “М.” 18—19 бб. башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте дәүерендә ижад ителгән. Үҙ-ара ҡыҫҡа музыкаль өҫтәмә м‑н берләштерелгән ике һөйләмдән торған ҡабатланыусан период формаһы хас. Көй мажор пентатоникаһына нигеҙләнгән, йыш ҡабатланыусы юғары квартаға һикерештәр хәрби торба сигналдарын имитациялай. Башҡарыусылар араһында И.И.Дилмөхәмәтов, С.И.Дилмөхәмәтов (ҡара: Дилмөхәмәтовтар), Т.Х. Латипов. “М.” көйө “Сыңрау торна” балетында, Й.З.Бикбирҙин һалған ш. уҡ исемле яңғыҙ ирҙәр бейеүендә ҡулланылған.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ Ризуанова

“Маршрут” йырына ноталар

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019