Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘХМҮТОВ Зәки Ғиззәт улы

Просмотров: 1068

МӘХМҮТОВ Зәки Ғиззәт улы [25.1.1934, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Үтәк а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) – 17.2.2008, Өфө], йырсы (бас). РСФСР‑ҙың атҡ. (1982), БАССР‑ҙың халыҡ (1976) һәм атҡ. (1971) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1960; Т.И.Жоголева класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү, 1970; Г.А.Мальцева класы) тамамлаған. 1954 й. алып хор артисы, 1963 й. — БДОБТ, 1958—63 йй. һәм 1976 й. — Башҡ. филармонияһы солисы, 1998—2007 йй. ӨДСА‑ла уҡыта.

Тауышы киң диапазонлы, матур һәм көслө, башҡарыу сәнғәте үҙенсәлекле һәм хисле булыуы м‑н айырылып тора. Репертуарында башҡ., урыҫ һәм сит ил комп. әҫәрҙәре; “Азамат”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Аслаев”, “Ғайса ахун”, “Ҡаһым түрә”, “Ҡуңыр буға”, “Мәҙинәкәй”, “Сәлимәкәй”, “Уйыл” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙары. З.Ғ.Исмәғилев, Р.В.Сәлмәнов, Р.М.Хәсәнов, Х.Ф.Әхмәтовтың ҡайһы бер йырҙарын һәм романстарын тәүге башҡарыусы. Опера һәм балет театры спектаклдәрендә иҫтә ҡалырлыҡ образдар ижад итә: Ҡолой Балтасов, Сураман, Юлай Аҙналин (“Салауат Юлаев”), Ямай (“Ағиҙел тулҡындары”), Мулла (“Ҡоҙаса”), Аяҙгөл (“Шәүрә”; бөтәһе лә — Исмәғилев), Ниязғол (“Дауыл”), Скула (“Кенәз Игорь” — “Князь Игорь”, А.П.Бородин), Малюта Скуратов (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский-Корсаков). Ульяновск (1968), Ленинград (1969) ҡалаларында, Сыуаш АССР‑ында (1981) БАССР мәҙәниәте көндәрендә, Яҡут АССР‑ында БАССР әҙәбиәт һәм сәнғәт көндәрендә (1978) һ.б. ҡатнаша. СССР буйлап һәм сит илдәрҙә (Болгария, Германия, Латин Америкаһы, Польша, Финляндия һ.б.) гастролдәрҙә була. 7 уҡытыу‑методик хеҙмәт авторы. М.Ғафури ис. пр. лауреаты (2007). 2003 й. тыуған районында М. ис. призға башҡ. йырҙарын башҡарыусылар конкурсы ойошторола.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019