Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОРОЗ Елена Александровна

Просмотров: 808

МОРОЗ Елена Александровна (15.8. 1944, Һарытау ҡ.), пианист. Проф. (2009). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1992) атҡ. артисы. Ырымбур музыка уч‑щеһын (1964; М.В.Михайлова класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тының Өфө уҡыу‑консультация пунктын (1970; Л.И.Алексеева класы) тамамлаған. 1964 й. алып Ырымбур мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһында, 1968 й. — балалар музыка мәктәбендә (Ленинск ҡ.) уҡыта. 1970 й. башлап Өфөлә: Башҡ. филармонияһы солисы һәм концертмейстеры, бер үк ваҡытта — Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1976—99 йй. — ӨДСИ‑лә, 1980— 82 йй. — ӨДСИ эргәһендәге махсус урта музыка мәктәбендә, 2000 й. алып БДПУ‑ла уҡыта. М. башҡарыу сәнғәтенә техник камиллыҡ, экспрессивлыҡ, музыкаллек, ансамблде нескә тойоу оҫталығы хас. Репертуарында сит ил (Л.Бетховен, Ф.Шопен, Ф.Шуберт), урыҫ (М.И.Глинка, Н.А.Римский-Корсаков, С.В. Рахманинов, Д.Д.Шостакович), башҡ. (З.Ғ. Исмәғилев, Р.В.Сәлмәнов, Х.Ф.Әхмәтов) композиторҙары әҫәрҙәре. Н.Ә.Дауытов, Р.Ә.Мортазин, С.Ә. Низаметдинов, Сәлмәнов, Р.Х. Сәхәүетдинова һ.б. ҡайһы бер әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусы. РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәрҙәре Ф.Ә.Әхмәтов һәм М.З.Яруллин, РСФСР‑ҙың халыҡ артисы А.В.Корнеев һ.б. м‑н сығыш яһай. СССР һәм сит илдәр буйлап гастролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында БР‑ҙың атҡ. артистары Л.Д. Илбаева, Ә.И.Шафиҡова, Л.Ю.Әхмәтова. 20‑нән ашыу ғилми-методик хеҙмәт авторы. СССР‑ҙың халыҡ артисы А.П.Иванов ис. вокалистар (Тверь ҡ., 2011), “Vissi d"Arte” концертмейстерҙар араһындағы (Прага, 2012) халыҡ‑ара конкурстары, Рәсәй вуздарының музыка ф-ттары уҡытыусылары һәм студенттарының Бөтә Рәсәй конкурсы (Кострома ҡ., 2006) дипломанты.

Әҙәб.: Уфимскому государственному институту искусств — 25 лет: сб.ст. Уфа, 1993.

 Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019