Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУЗЫКА ЙӘМҒИӘТЕ

Просмотров: 945

МУЗЫКА ЙӘМҒИӘТЕ, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе рухи‑әхлаҡи һәм эстетик яҡтан тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү, уларҙы музыка мәҙәниәте ҡиммәттәренә ылыҡтырыу, йәш таланттарға ярҙам итеү, Башҡортостан халыҡтарының фольклорын һаҡлау маҡсатында ойошторолған ижтимағи ойошма. Өфөлә урынлашҡан. 1959 й. майында БАССР‑ҙың Хор йәмғиәте булараҡ барлыҡҡа килә, 1987 й. алып БР‑ҙың Музыка йәмғиәте. Составында 100‑ҙән ашыу кеше (2015). М.й. эшмәкәрлеге музыка мәҙәниәт һәм муз.‑эстетик мәғрифәтселек үҫешендә музыка һәм хореография сәнғәтенең проф. эшмәкәрҙәре, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылар, һәүәҫкәрҙәр берекмәләре араһында бәйләнештәрҙе нығытыуға, көстәрҙе берләштереүгә йүнәлтелгән. “Хор йәйғоро” (“Хоровая радуга”; 1996 й. алып) балалар хоры коллективтары, “Башҡортостан йондоҙсоҡтары” (“Звёздочки Башкортостана”; 1998 й. алып) йәш таланттар респ. конкурстарын, Рәсәй педагог‑методистары ҡатнашлығында фәнни-практик конференциялар үткәрә; респ. композиторҙары әҫәрҙәренең йыйынтыҡтарын баҫмаға әҙерләй. А.А. Юрловтың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған Респ. хор фестивален (1998), А.Г.Тихомировтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Ҡала хор фестивален (1999), Ф.Х.Камаев иҫтәлегенә Респ. балалар фольклор конкурсын (1996—2002; бөтәһе лә — Өфө) һ.б. ойоштороусы. М.й. м‑н В.А.Башенёв, Ш.М.Бикмөхәмәтов, З.Х.Ғөбәйҙуллина, Н.Ә.Дауытов, Р.Ғ.Рәхимов, М.П.Фоменков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 

Н.В.Сутормина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019