Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨНӘЖӘТ, лирик жанры

Просмотров: 1368

МӨНӘЖӘТ, башҡорттарҙың шиғри тексы мелодекламация йәки вокаль интонациялауға нигеҙләнгән муз.- шиғри ижадының лирик жанры. С.Г.Рыбаковтың Урал мосолман‑ дарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында М. — “Аллаға мөрәжәғәт итеү, дини йөкмәткеле шиғыр”. Башҡа төр аңлатмаларҙа М. — көйлө шиғыр м‑н Аллаға мөрәжәғәт, йәшерен доға, дини гимн, псалом. М. барлыҡҡа килеүе исламға тиклемге дини инаныуҙарға һәм йолаларға бәйле. Һуңғараҡ көнсығыш әҙәбиәте һәм ислам традицияларының йоғонтоһонда М. Ҡөрьәнде көйләп һәм дини-дидактик китаптарҙы тасуири уҡыу традициялары м-н берләшә. Мәктәп һәм мәҙрәсәләрҙең шәкерттәре һәм мөғәллимдәре М. таралыуына булышлыҡ итә. Ҡайһы берҙә М. ерләү йолаларынан һуң оло йәштәге ҡатындар башҡарған. М. бәйеттәргә хас булған тарихи ваҡиғаны һүрәтләү юҡ, улар лирик‑субъектив рәүештә тәүбә итеү йәки дидактик характерҙа була. Яҙма һәм телдән һөйләү рәүешендә йәшәп килә. Тематикаһы б‑са дини‑фәлс. йөкмәткеле (“Дини мөнәжәт”, “Сабырлыҡ”, “Тәҡдир”, “Эй, Хоҙайым”), ш. иҫ. мосолман байрамдарына арналған (“Ҡорбан байрамы”, “Мәүлит байрамы”, “Йома мөнәжәте”); тормош һәм үлем т‑да уйланыуҙар (“Бәхилләшеү”, “Ҡартлыҡ мөнәжәте”, “Үлем килер”); ата‑әсә һәм балалар араһындағы мөнәсәбәттәр т‑да (“Эй, ҡәрҙәштәр!”, “Улым һәм үҙем”, “Әсә тураһында”, “Етем бала”) һ.б. төрҙәрен айыралар. М. ғәҙәттә 8—7, 10—9, 11—12 ижекле 4 юллыҡ шиғырҙан тора. Алмашынып торған таҡ ижектәрҙең 7/8 һәм 8/8 (“Бер гонаһым”), 4/8 һәм 6/8 (“Ғүмер мөнәжәте”), 5/5 һәм 5/4 (“Ураҙа мөнәжәте”) һ.б. үлсәмдәре метроритм ҡоролошоноң бер үҙенсәлеге булып тора. М. көйҙәре пентатоникаға нигеҙләнгән, уларға моңлолоҡ, һалмаҡ темп, күләме б‑са бәләкәй фразаларҙы ҡабатлау хас, оҙон көйҙән айырмалы рәүештә М. ҙур булмаған орнаментика ҡулланыла. Башҡ. суфый-шағирҙары (ҡара: Суфыйсылыҡ) Ш.Зәки, Ә.Ҡарғалы һ.б. үҙ ижадында М. мөрәжәғәт иткән.

Әҙәб.: И м а м у т д и н о в а З.А. Культура башкир. Устная музыкальная традиция: (“чтение” Корана, фольклор). М., 2000; Г а л и н а Г.С. Башкирские баиты и мунажаты: тематика, поэтика, мелодика. Уфа, 2006, А х м е т ж а н о в а Н.В. Башкирская этномузыкология. Уфа, 2008. 

Н.В.Әхмәтйәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019