МОРТАЗИНА Миләүшә Ғәли ҡыҙы
МОРТАЗИНА Миләүшә Ғәли ҡыҙы (27.5.1926, БАССР‑ҙың Өфө кантоны 2‑се Баҡай а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Баҡый а.), вокал б‑са педагог. Проф. (1990). РСФСР‑ҙың (1983) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1973), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1985). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1977). Урал консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһын (1950; П.А.Ноздровская класы) һәм Ҡазан консерваторияһын (1954; А.Г.Цветова класы) тамамлағандан һуң Беренсе Өфө балалар музыка мәктәбенең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, 1957 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыу-уҡытыу бүлегенең дир. урынбаҫары, 1962—63 йй. һәм 1968—69 йй. дир., 1963—68 йй. һәм 1971—73 йй. уҡыта, 1969—71 йй. һәм 1973 — 2014 йй. ӨДСА‑ла уҡыта (1978— 95 йй. яңғыҙ йырлау каф. мөдире). Европа һәм ватан вокаль педагогикаһы үҙенсәлектәрен яраштырып, М. Башҡортостандың вокал мәктәбе үҫешенә ҙур йоғонто яһай. 40‑ҡа яҡын фәнни‑методик хеҙмәт авторы. Ленинградта БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1969) ҡатнаша. Уҡыусылары араһында А.Ә.Абдразаҡов, И.Ә.Абдразаҡов, М.С.Алкин, Н.Һ.Аллаярова, С.Ә.Асҡаров, З.Ф.Байбурина, В.В.Белов, Р.А.Гәрәев, И.М.Ғәзиев, С.Ҡ.Ғәлимова, Х.Ә. Ишбулдин, Р.Ф.Көсөков, Ф.Ғ.Ноғоманова, И.М.Смаҡов, Ф.Ф.Сәғитова, В.Ғ. Хызыров. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2012), М.Мортазин музейы Р.Ә.Мортазин Х.Х.Мортазин Салауат Юлаев (2011) орд. м‑н бүләкләнгән.
Х е ҙ м.: Уфимский государственный институт искусств и дальнейшее развитие вокальной школы Башкортостана //Становление и развитие вокальной школы Башкортостана: материалы науч.‑практ. конф. Уфа, 2001; К вопросу о дыхании //Преемственность основных этапов обучения музыканта-профессионала: материалы Всерос. шк.‑семинара по вокальному образованию. Н.Новгород, 2004.
Әҙәб.: Б а й р а м о в а И.И., З и н н а т ш и н а Н.В. Вокальная школа Миляуши Муртазиной. Уфа, 2001.
Э.Ә.Әхмәтшина
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова