Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОТАЛОВ Ғәйнетдин Хәйретдин улы

Просмотров: 1574

МОТАЛОВ Ғәйнетдин Хәйретдин улы (18.12.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны 1‑се Йәнтеш а., хәҙ. БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Йәнтеш а., — 21.6.2011, Өфө), дирижёр. БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1969), РСФСР‑ҙың (1980) һәм БАССР‑ҙың (1963) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Мәскәү хәрби дирижёрҙар ин‑тын тамамлағандан һуң (1952; Г.А.Столяров класы) СССР Ҡораллы Көстәренең Өфө музыкант тәрбиәләнеүселәр мәктәбендә уҡыта, 1954—89 йй. һәм 1993 й. БДОБТ (1973—80 йй. баш) дирижёры, бер үк ваҡытта 1970—2003 йй. ӨДСА‑ла уҡыта. Беренсе башҡ. дирижёры. Репертуарында 70‑тән ашыу спектакль, улар араһында Дж.Пуччиниҙың “Богема”, “Чио-Чио-сан”, Н.А.Римский-Корсаковтың “Салтан батша тураһында әкиәт” (“Сказка о царе Салтане”), Ю.С.Мейтустың “Йәш гвардия” (“Молодая гвардия”) опералары; А.Адандың “Жизель”, Л.Ф.Минкустың “Дон Кихот”, И.Штраустың “Зәңгәр Дунай” (“Голубой Дунай”), Д.Д.Шостаковичтың “Туташ менән хулиган” (“Барышня и хулиган”) балеттары. Башҡ. милли музыкаһын нескә интерпретациялаусы, М. “Ағиҙел тулҡындары”, “Дауыл” (2‑се редакция), “Замандаштар” (2‑се редакция), “Салауат Юлаев” опералары, Б.Бикбай м-н З.Ғ.Исмәғилевтең “Ҡоҙаса” муз. комедияһы, Ш.З.Ҡолбарисовтың “Бер ҡабынһа ғишыҡ уты” опереттаһы, “Ай тотолған төндә”, Х.Ш.Заимов м‑н А.Г.Чугаевтың “Ҡара йөҙҙәр” (“Черноликие”), “Сыңрау торна” (3‑сө редакция) балеттарының тәүге дирижёры була. СССР‑ҙың симфоник оркестры м‑н сығыш яһай, Н.Ғ.Сабитов, РСФСР‑ҙың халыҡ артисы В.В.Целиковский м‑н хеҙмәттәшлек итә. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск ҡ. БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1968), ТАССР‑ҙа БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1989) ҡатнаша. Респ. премьера спектаклдәре конкурсы (1957), Бөтә Рәсәй драма, музыка һәм балалар театрҙары смотры (1967), В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған муз. театрҙар спектаклдәре фестивале (1970; бөтәһе лә — Өфө) дипломанты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955), “Почёт Билдәһе” (1967) орд. м‑н бүләкләнгән. Әҙәб.: Уфимскому государственному институту искусств — 25 лет: сб. ст. Уфа, 1993.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019