Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫРҠТЫТАУ, һырт

Просмотров: 1321

ҠЫРҠТЫТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет һәм Әбйәлил р‑ндары буйлап Ҡолсоғаҙы һәм Шәкәрҙейылға йй. (Кесе Ҡыҙыл й. ҡушылдыҡтары) тамағы киңлегенән алып Оло Ҡыҙыл й. киңлек ағымына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 60 км тирәһе, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 8 км, үҙәк — 16 км, көньяҡ — 6 км. Абс. бейеклеге 1118 км (Ҡараташ тауы). Буйға һуҙылған тау ҡалдыҡтары теҙеменән тора. Һыртта Шыршылытау (1108 м), Күсемов (1080 м), Бабай (1054 м), Ҡушай (1048 м), Һандыҡ (900 м тирәһе) түбәләре айырыла. Ирәндек свитаһының базальт һәм андезибазальт составлы лаваларынан, лавабрекчияларынан тора. Һыртта Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йй. һәм уларҙың ҡушылдыҡтары башлана. Көнсығыш итәгендә Яҡтыкүл, Ҡарабалыҡты һәм Сабаҡты күлдәре ята. Һырттың көнбайыш битләүҙәре һәм төньяҡ өлөшөнөң ландшафтары ҡараһыу урман тупрағындағы уҫаҡ, ҡарағай һәм ҡарағас ҡатыш ҡайын урмандарынан һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы ҡоро болондарҙан тора; көнсығыш битләүҙәренең һәм көньяҡ өлөшөнөң ландшафтары ҡараға оҡшаш тупраҡтағы ҡылғанлы һәм төрлө үләнле далаларҙан ғибәрәт. Һырттың Бабай, Ҡушай, Һандыҡ түбәләре; Ҡараташ тауы; Һыуосҡан һәм Ултыҡ‑Ҡарағас төбәктәре; Ҡараһыйыр йөҙ йәшәр ҡарағасы — тәбиғәт ҡомартҡылары. Ҡ. төньяҡ өлөшөндә “Абҙаҡ” спорт‑һауыҡтырыу комплексы урынлашҡан.

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019