Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮЛТАБАН, күл

Просмотров: 733

КҮЛТАБАН, Я у г ү л, Урал й. басс. күл. Сибай ҡ. көньяҡҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 7,2 км2, оҙонлоғо 3,2 км, уртаса киңлеге 2,2 км, уртаса тәрәнлеге 4,2 м (макс. – 5,1 м), һыу күләме 30,2 млн м3; һыу йыйыу майҙаны 88,5 км2. Тектоник күл, олотау свитаһы тоҡомдарында (андезибазальттар һәм уларҙың туфтары, туфлы ҡомташтар) барлыҡҡа килгән, соҡоро түңәрәк; төбө яҫы һәм тигеҙ. Тымыҡ күл. Туйыныуы ҡатнаш. Һыу кимәленең күп йыллыҡ тирбәлеүе 4,5 м. Һыуы гидрокарбонат‑натрийлы. Күл эвтрофлы. Төньяҡ һәм көньяҡ ярҙарында һыу инеү урыны бар, ярҙары бейек, күл өҫтөнән 3,0—3,5 м ҡалҡып тора, көнсығыш яры һөҙәк, көнбайышы ҡалҡыу; күл эргәһендә Сағылтау (454 м) урынлашҡан. Күл тирәһендәге ландшафт ҡайын, һирәк ҡарағай урмандарынан тора. Яр буйҙарын болонло далалар биләй. Күлдә алабуға, сабаҡ, суртан һ.б. йәшәй. Күлдең төньяҡ‑көнбайышы һәм көньяғы һаҙланған.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019