Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨНГӘК ЗАКАЗНИГЫ

Просмотров: 1684

КӨНГӘК ЗАКАЗНИГЫ, зоол. заказник. 2002 й. һаҙ гөбөргәйеле йәшәгән мөхитте һаҡлау, хайуандарҙың ҡиммәтле һәм һирәк төрҙәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында ойошторола. Мәләүез ҡ. көньяҡ- көнбайышҡа табан 5 км алыҫлыҡта, Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Майҙаны 3,8 мең га, 80%‑ын урман биләй. Рельефы теҙемле‑убалы, һыубаҫар туғайы — тигеҙлек; терр‑яһының ҙур өлөшөн Көнгәк һырты (512 м) алып тора. Көнсығыш битләүе экспозицияһында ҡайын һәм уҫаҡ ҡатыш йүкә‑саған‑йыла урмандары, көнбайыш битләүендә — ҡоро имәнлектәр, ҡылғанлы, ҡылбашаҡлы, типсәкле далалы һәм ситендә дала ҡыуаҡлыҡтары булған ҡатнаш киң япраҡлы урмандар таралған. Заказникта үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре: Гельм астрагалы, көмөш тәңкәғуҙаҡ һ.б., ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән Залесский ҡылғаны, кәрлә күбәләк сәскә, ҡаурый ҡылған һ.б. үҫә. Америка шәшкеһе, аҫ, бурһыҡ, дала көҙәне, йылға ҡондоҙо, йәтсә, ҡабан, ҡор, ҡоралай, мышы, ондатра, төлкө, урман көҙәне, һары шәшке, һыуһар, ҡурпысыҡ, һуна өйрәк һ.б. йәшәй. Заказникта БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән баҡса ҡомағы, баҡыр йылан, дала ҡара йыланы, ҡама, оло ялман, орсоҡ йылан, һаҙ гөбөргәйеле, һоро ағуна һ.б., ш. уҡ БР һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән бөркөт, диңгеҙ бөркөтө, көсөгән, өкө, европа бәрҙеһе, зөгәй һ.б. осрай.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019