Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮНДЕРӘК, йылға

Просмотров: 924

КҮНДЕРӘК, йылға, Ашҡаҙар й. һул ҡушылдығы. Стәрлебаш р‑ны Булаш а. эргәһендә башлана, ш. уҡ район буйлап аға: йүнәлеше үрге ағымында — көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ- көнсығышҡа табан, Мөхәмәтдәмин а. эргәһендә көньяҡ‑көнсығышҡа борола, Күндерәк а. янында йүнәлешен төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай үҙгәртә һәм Ашҡаҙар й. (тамағынан 53 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 63 км, басс. майҙаны 630 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йылға тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 2,1 м3/с. Рельефы убалы тигеҙлек, һыҙалар һәм йырындар м‑н ҡатмарланған, үҙәне тар, битләүҙәре текә. Ландшафы йыуылған ҡара тупраҡтағы ҡоро болондарҙан тора. Йылға басс. 25%‑ын — урман, 60%‑ын һөрөнтө ер биләй. Иң ҙур һул ҡушылдығы — Ҡоро Күндерәк. Исеме ҡондораҡ (ҡыяҡ үлән) һүҙенән алынған, тип фараз ителә.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019