Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮРКӘТАУ, йылға

Просмотров: 921

КҮРКӘТАУ, йылға, Ҡана й. уң ҡушылдығы. Баймаҡ р‑ны Ишей а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Үрге ағымында — Баймаҡ һәм Йылайыр р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, уртаһында — Йылайыр р‑ны буйлап төньяҡ‑көнбайышҡа, түбәнге ағымында көнбайышҡа табан аға. Ҡана й. (тамағынан 31 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 52 км, басс. майҙаны 386 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 2,1 м3/с. Басс. рельефы тәпәш таулы, үрге ағымында йылға үҙәне Уралтау һыртының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Ландшафы ҡараһыу һоро тау-урман тупрағындағы ҡарағас ҡатыш ҡарағай‑ҡайын урмандарынан тора, ҡараһыу һоро урман һәм йыуылған ҡара тупраҡтарҙағы болонло далалар осрай. Басс. 75%‑ын — урман, бер аҙ өлөшөн (5—10%) һөрөнтө ер биләй. Иң ҙур ҡушылдыҡтары: уң — Оло Бастан, һул — Урал‑Лука.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019