Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУРУМДАР

Просмотров: 1334

КУРУМДАР, тау битләүҙәрендәге һәм яҫы түбәләрҙәге ҙур майҙанлы тау тоҡомдары тупланмаһы. К. интенсив физик ашалыу арҡаһында барлыҡҡа килә, яланғас бүлкәт (ҡара: Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге) рельефында осрай. Яҫы түбәләрҙәге плащ рәүешендәге К. — таш диңгеҙҙәре, битләүҙәрҙән тартылыу көсө тәьҫирендә аҫҡа табан хәрәкәтләнеүсе К. таш йылғалары тип йөрөтөлә. К. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында Ямантауҙа, Алабейә, Егәлгә, Машаҡ, Нары, Оло Ҡарағас һ.б. һырттарҙа таралған. Иң ҙур таш йылғалары Әүәләк (оҙонлоғо 1 км тиклем, киңлеге 10—30 м) һәм Ирәмәл (оҙонлоғо 6 км, киңлеге 1 км тиклем) һырттарында урынлашҡан.

Р.Ә.Хәмиҙуллин

Тәрж. И.М.Япаров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.07.2023