Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАНДШАФТ ИГЕНСЕЛЕГЕ

Просмотров: 1285

ЛАНДШАФТ ИГЕНСЕЛЕГЕ, агроландшафтың тотороҡлолоғон, тупраҡтың уңдырышлылығын тергеҙеүҙе һәм үҫтерелгән а.х. культураларының юғары уңышын алыуҙы тәьмин иткән ерҙе ҡулланыу системаһы. А.х. культураларын урынлаштырыу төр һәм сорттарҙың экологияһына, тупраҡтың һәм рельефтың(битләүҙәрҙең текәлеге һәм экспозицияһы) үҙенсәлектәренә ярашлы башҡарыла, уға бәйле рәүештә ер эшкәртеү системаһы билдәләнә. Л.и. сиктәрендә агроурманмелиорация үткәрелә.

Игенселектең ландшафт системаһы конкрет хужалыҡтар өсөн эшләнә; район, өлкә өсөн бындай системаларҙың дөйөм айырмалыҡлы һыҙаттары формалаштырыла ала. Терр‑яны хужалыҡ эсе ер төҙөлөшөпроектына ярашлы ойоштороу Л.и. индереү өсөн нигеҙ булып тора. Л.и. адаптив технологиялар (агротехнологиялар м‑н тәбиғи һәм етештереү факторҙарына бәйле идара итеү) ҡуллана. Л.и. осрағында һөрөнтө ерҙәргә уңдырышлығы түбән тупраҡ индерелмәй, үҫемлектәрҙе туҡланыу элементтары м‑н тәьмин иткәндә биол. факторҙарҙың роле арта (ҡара: Биологик игенселек). 20 б. 90‑сы йй. алып Башҡортостанда боҙолған һөрөнтө ерҙәрҙе болондарға һәм көтөүлек тәргә, ҡалдау ерҙәрҙе һөрөнтө ерҙәргә әйләндереү б‑са саралар үткәрелә, а.х. культураларын урынлаштырыу структураһы һәм принциптары аныҡлана, ерҙе тупраҡ һаҡлап эшкәртеү һ.б. индерелә. БР‑ҙа Л.и. теоретик һәм методологик нигеҙҙәрен эшләүгә Б.М. Миркин, Ә.Х.Моҡатанов, Ҡ.Б.Мәғәфүров һ.б. ҙур өлөш индерә.

Әҙәб.: Основы адаптивно‑ландшафтного земледелия /И.К.Хабиров [и др.]. Уфа, 1999; Недорезков В.Д., Магафуров К.Б. Системы земледелия. Уфа, 2004.

 

Ҡ.Б.Мәғәфүров, И.Д.Стафийчук

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: