ЛЕОНТЬЕВ Иван Петрович
ЛЕОНТЬЕВ Иван Петрович (20.1. 1958, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Өйәҙебаш а.), агроном. А.х. ф. канд. (1994). БР-ҙың а.х. хеҙм-ре (2012). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) Миәкә р‑нының “Яңы донъя” к‑зы баш агрономы. 1984 й. алып БР б-са селекция ҡаҙаныштарын һынау һәм һаҡлау дәүләт комиссияһының федераль дәүләт бюджет учреждениеһы филиалында: 1993 й. башлап һәм 1997 й. — нач. урынбаҫары, 1994 й. — баш агроном, 2002 й. — начальник. Фәнни тикшеренеүҙәре а.х. культураларының агротехникаһына, селекцияһына һәм сорттарын районлаштырыуға арналған. Л. ҡатнашлығында сейәнең Уфимская ранняя, клеверҙың Эос, һолобаштың Уфимка сорттары сығарыла. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Генетический потенциал новых сортов и гибридов сельскохозяйственных культур, адаптированных к природно‑климатическим условиям Башкортостана. Уфа, 2004 (авторҙ.); Результаты сортоиспытания сельскохозяйственных культур на госсортучастках Республики Башкортостан за 2009—2012 годы: 75 лет государственному сортоиспытанию. Уфа, 2012 (авторҙ.).
Тәрж. Г.А.Миһранова