Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ

Просмотров: 1125

УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ, ағас һәм ҡыуаҡ тоҡомдарын яһалма сәсеү йәки ултыртыу юлы м‑н булдырылған ултыртмалар. Тотош (урмандың тәбиғи яңырыуы булмағанда йәки урман булмаған урында), өлөшләтә (урманды яңыртыу ҡәнәғәтләнерлек булмағанда), алдан ултыртылған (киләһе 1—3 йыл эсендә ҡырҡыуға тәғәйенләнгән урманда) У.к. айырыла. Тотош У.к. таҙа (бер тоҡомдан) һәм ҡатнаш булыуы мөмкин. У.к. булдырыу бер нисә этаптан тора: селекция‑генетика нигеҙендә орлоҡ базаһын ойоштороу, орлоҡ сеймалын йыйыу һәм эшкәртеү, ултыртыу материалын үҫтереү, майҙандар һайлау һәм әҙерләү, тупраҡты эшкәртеү, У.к. сәсеү йәки ултыртыу, ултыртмаларҙы тәрбиәләү. У.к. башлыса 1—3 йәшлек үҫенте һәм 4—5 йәшлек үрсетмәлектәрҙе, ш. уҡ һабаҡ һәм тамыр сыбыҡсаларын ултыртыу ярҙамында булдырыла. Ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандар зонаһында төп тоҡомдар — ҡарағай, ҡарағас, шыршы, япраҡлы урмандар һәм урман‑дала зонаһында — имән, ҡарағай, тирәк, шыршы, дала зонаһында — имән, ҡарағай, ҡарама һәм тирәк. 1919—25 йй. Башҡортостанда У.к. яҡынса 1,3 мең га майҙанда ултыртыла, 1946—50 йй. — 31,5 мең га. У.к. дөйөм майҙаны 8200 га тәшкил итә (2013). 20 б. 30‑сы йй. башлап Урман тәжрибә станцияһында У.к. агротехникаһы (имән, ҡарағай, ҡарағас һәм тирәкте ҡулланып; А.Е.Рябчинский һ.б.), ағас орлоҡтары етештереү участкаларын булдырыу һәм имәндең (В.П.Край- нев), ҡарағайҙың (В.В.Рябчинская) инә‑орлоҡ ағастарының емеш биреүен көйләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла. Тирәк (Б.Г.Левашёв, П.Н.Степанова һ.б.) һ.б. ағастар ярҙамында У.к. булдырыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә. 80‑се йй. башлап Аграр университетта ҡайын (В.Ф.Коновалов, Р.Ғ.Ситдиҡов, Ә.Ф.Хәйретдинов), ҡарағас (П.Д.Андрианов), ҡарағай (К.М.Ғәбдрәхимов, И.Ғ.Сабирйәнов һ.б.), шыршы, кедр һәм йүкәне (Ситдиҡов, Хәйретдинов) ҡулланып У.к. булдырыуҙың технологияһы һәм үҫтереүҙең иҡт. аспекттары өйрәнелә. Шулай уҡ ҡара: Ағас үрсетеү, Урман тергеҙеү.

Әҙәб.: Х а й р е т д и н о в А.Ф. Рукотворные леса. Уфа, 1984; С и т д и к о в Р.Г. Лесовыращивание на Южном Урале. Уфа, 1997; К о н о в а л о в В.Ф. Селекция и разведение берёзы повислой на Южном Урале. М., 2002.

В.Ф.Коновалов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: