Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРМАН ҺЫҘАТТАРЫ

Просмотров: 1482

УРМАН ҺЫҘАТТАРЫ, һыҙат тибындағы һаҡлаусы урман ултыртмалары, терр‑яның гидрологик режимын һәм микроклиматын яҡшыртыу, һыу һәм ел эрозияһы үҫешенә юл ҡуймау, а.х. культураларының уңдырышлылығын арттырыу өсөн булдырыла. У.һ., тәғәйенләнешенә һәм терр‑яла урынлашыуына ҡарап, баҫыу һаҡлаусы, йырын яны, көтөүлек һаҡлаусы һ.б. төрҙәргә бүленә. У.һ. конструкцияһының 3 төп тибы айырыла: ел үткәрмәүсән (тығыҙ), ажур һәм ел үткәреүсән. Ажур һәм ел үткәреүсән У.һ. (1—5 рәтле) тиҙ үҫкән бейек олонло ағас тоҡомдарынан (ажур — ҡыуаҡлыҡтар ярҙамында, ел үткәреүсән — ҡыуаҡһыҙ), ел үткәрмәүсән У.һ. ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙан (3—9 рәтле) төҙөлә. У.һ. булдырыу өсөн үҫенте, һирәк осраҡта үрсетмәлек, тамырланған һәм тамырланмаған сыбыҡсалар ултыртыу йәки орлоҡтар сәсеү ҡулланыла. Башҡортостанда У.һ. өсөн төп ағас тоҡомдары сифатында бәлзәмле тирәк, Сукачёв ҡарағасы, һалпыш ҡайын, ябай ҡарағай һ.б.; ҡыуаҡлыҡтарҙан — себер мәрүәре, татар айыу баланы, ябай гөлйемеш һ.б. файҙаланыла. 20 б. 30‑сы йй. башлап У.һ. булдырыу һәм үҫтереү б‑са тикшеренеүҙәр Урман тәжрибә станцияһында алып барыла (И.А.Ибраһимов, Ю.Ф.Косоуров, А.Е.Рябчинский һ.б.). 40—50‑се йй. Башҡ‑н баҫыусылыҡ ғилми‑тикшеренеү станцияһында төрлө конструкциялы урман һыҙаттарының а.х. культуралары уңдырышлылығына тәьҫирен өйрәнеү, Сәрмәсән һәм Дим йй. араһындағы болонло дала өсөн һаҡлаусы урман ултыртмалары системаһын эшләү (Д.В.Богомолов, Г.Н.Лысак һ.б.); 50‑се йй. уртаһынан Аграр университетта тупраҡ эрозияһы м‑н көрәштә У.һ. ҡулланыу (Б.И.Федорако, С.И.Фёдоров һ.б.) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Башҡортостанда тәүге У.һ. 1905 й. Бәләбәй өйәҙе Дәүләкән а. янында, тәүге баҫыу һаҡлаусы У.һ. 1932 й. Шөңгәккүл тәж. баҫыуында (Шишмә р‑ны) барлыҡҡа килә. 1933—38 йй. баҫыу һаҡлаусы У.һ. яҡынса 7 мең га, 1971—84 йй. — 47,9 мең га, 1997 й. — 756 га, 2000 й. — 607, 2003 й. — 238 га; эрозияға ҡаршы У.һ. 1997 й. — 812 га, 2000 й. — 803, 2003 й. 389 га булдырыла. БР‑ҙа У.һ. дөйөм майҙаны 50 мең га тәшкил итә (2013). Шулай уҡ ҡара: Агроурманмелиорация, Ағас үрсетеү, Ултыртылған йырын-һыҙа ағастары.

Әҙәб.: Рекомендации по защитному лесоразведению в Башкирской АССР. Уфа, 1976; К о с о у р о в Ю.Ф. Мелиоративно‑хозяйственное освоение эродированных овражно‑балочных и крутосклонных земель в Башкирии. Уфа, 1996; Н а б и у л л и н Р.Г., Х а й р е т д и н о в А.Ф. Оптимизация воспроизводства почвенного плодородия на облесённых полях Белебеевской возвышенности. М., 2006.

К.М.Ғәбдрәхимов, А.Ш.Тимерйәнов, Ә.Ф.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.07.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: