Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРМАНДЫ ФАЙҘАЛАНЫУ

Просмотров: 1185

УРМАНДЫ ФАЙҘАЛАНЫУ, урмандарҙы кешеләрҙең урман ресурстарына һәм урмандың файҙалы үҙенсәлектәренә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн ҡулланыу. РФ Урман кодексы тарафынан көйләнә (ҡара: Урман хоҡуғы). У.ф. ағас, сайыр әҙерләү, ағас булмаған урман ресурстары, аҙыҡ‑түлек ресурстары, дарыу үҫемлектәре әҙерләү һәм йыйыу, һунарсылыҡ хужалығы, ауыл хужалығы алып барыу, ғилми‑тикшеренеү, мәғариф һәм рекреацион эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнеү һ.б. төрҙәре айырыла. Башҡортостанда У.ф. төп төрө булып ағас әҙерләү (ҡара: Ағас әҙерләү сәнәғәте) тора. 2012 й. 3,3 млн м3 ағас әҙерләнгән. Республиканың урман хужалығы пр‑тиелары тарафынан йыл һайын 90 т ашыу бал, 200 т емеш‑еләк, 500 т ҡайын һуты, 20 т дарыу‑техник сеймал, 150 т бәшмәк әҙерләнә. Рекреацион У.ф. урман парктары, ҡалаларҙың һәм торама пункттарҙың йәшел (һаҡлана торған) зоналары, туристик маршруттар янындағы урмандар, тәбиғи парктар һ.б. йәлеп ителә. 20 б. 60—70‑се йй. Урман тәжрибә станцияһында респ. урмандарында ҡырағай емеш‑еләктәрҙең һәм бәшмәктәрҙең таралыуы өйрәнелә, уңдырышлылығы билдәләнә, еләклектәрҙе һәм бәшмәк плантацияларын файҙаланыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә, а.х. малдары өсөн аҙыҡ сифатында ҡулланыуға яраҡлы ҡырҡындыҡ ҡалдыҡтарының күләме билдәләнә (А.М.Йыһангиров). Гөлйемештең вегетатив үрсеүе, орлоҡтан үрсеүе һәм уның сәнәғәт плантацияларын төҙөү агротехникаһы б‑са тәҡдимдәр (Ю.Ф.Косоуров, Р.С.Письмерова, С.М.Хазиагаев һ.б.), юғары күләмдә бал йыйыуҙы һәм эшкә яраҡлы эре ағастар сығышын тәьмин иткән йүкәлектәрҙе файҙаланыу системаһы (И.А.Ибраһимов, А.Е.Рябчинский) эшләнә. 80‑се йй. уртаһынан Аграр университетта рекреацион У.ф. нигеҙҙәрен уйлап табыу (С.И.Конашова, Ә.Ф.Хәйретдинов), йүкәлектәрҙе комплекслы ҡулланыу (Р.Р.Солтанова) б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла.

Әҙәб.: Леса Башкортостана /А.Ф. Хайретдинов [и др.]. Уфа, 2004; Н а б и у л л и н Р.Г., Х а й р е т д и н о в А.Ф. Лесное хозяйство Республики Башкортостан. Уфа, 2010.

А.Ҡ.Ғәбделхаҡов, К.М.Ғәбдрәхимов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: