Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛИМУЗИН, һыйыр малы тоҡомо

Просмотров: 790

ЛИМУЗИН, һыйыр малының ит йүнәлешле тоҡомо. Францияның көнбайыш һәм үҙәк райондарында үрсетелгән урындағы аквитан малынан сыҡҡан, 19 б. аҙ. алып билдәле. Лимузен (Limousin) тарихи провинция исеме м‑н аталған. Рәсәйгә беренсе тапҡыр 1961 й., Башҡортостанға — 1978 й. ҡатнаш тоҡомдоң ит биреүен арттырыу маҡсатында бестужев тоҡомло, симменталь тоҡомло, ҡара‑сыбар тоҡомло малдарҙы ҡасырыу өсөн индерелә. Ҙур кәүҙәле, ныҡ һөйәкле һәм яҡшы үҫешкән мускулатуралы мал, төҫө ҡуйы ҡыҙыл, ҡорһағы асығыраҡ төҫтә.

Үгеҙҙәрҙең тере ауырлығы 950—1100 кг, һыйырҙарҙыҡы — 550—600 кг. Иттең сығышы 58—60%. Мал тиҙ өлгөрөүе, яҡшы яраҡлашыуы һәм итенең сифаты м‑н айырылып тора. БР‑ҙа Л. малы һаны 3,5 мең баш (2012). Тоҡом көтөүҙәре Көйөргәҙе р‑нының “ЗАБАРИВ АГРО” ЯСЙ‑нда, Дыуан р‑нының “Ярославка” АХПК‑нда, Туймазы р‑нының “Япрыҡ” АХПК‑нда урынлашҡан. Ҡатнаш һәм саф тоҡомло малдың продуктив сифаттарын өйрәнеү Ауыл хужалығы институтында (Ғ.Ш.Ҡорбанғәлиев, Н.Г.Фенченко, Н.И.Хәйруллина, Ф.М.Шәғәлиев һ.б.), Аграр университетта (Ф.А.Аҡсурина, Р.С.Ғиззәтуллин, Н.Я.Ҡотдосов һ.б.) һәм Башҡортостан агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институтында (Ф.Х.Сиражетдинов) алып барыла.

Әҙәб.: Фенченко Н.Г., Кутлин Н.Г., Швынденков В.А. Резервы увеличения производства и улучшения качества говядины. Уфа, 1999; Пути и методы формирования в онтогенезе высококачественной, сертифицированной мясной продуктивности скота /Н.Г.Фенченко [и др.]. Уфа, 2005.

Н.Г.Фенченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019