Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЛОНСОЛОҠ

Просмотров: 1162

БОЛОНСОЛОҠ, 1) үҫемлекселектең тәбиғи һәм сәселгән сабынлыҡтарҙа, көтөүлектәрҙә бесән, йәшел мал аҙығы әҙерләү м‑н шөғөлләнеүсе тармағы; болон‑көтөүлек хужалығын алып барыу системаһы. 2) Болон-көтөүлек хужалығының теоретик нигеҙҙәрен эшләүсе фән. Б. төп бурысы — көтөүлек мал аҙығы, бесән һ.б. төр мал аҙыҡтарын күберәк күләмдә алыу. Мал аҙығы етештереүҙең бер өлөшө булараҡ, тәбиғи сабынлыҡ һәм көтөүлектәрҙе яҡшыртыу, сәселгәндәрен булдырыу, уларҙы рациональ файҙаланыу сараларын үҙ эсенә ала. Башҡортостанда болон‑көтөүлек хужалыҡтарын өйрәнеү 1934 й. Башҡ‑н малс‑ҡ тәжрибә ст. ойошторолғандан һуң башлана. Бажат‑бүтәгә көтөүлектәрен (В.А.Михеев, К.М.Мөсәтова) һәм һыубаҫар болондарҙы (Михеев) яҡшыртыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә. 1953—54 йй. Михеев етәкс. ҡырағай мал аҙығы үҫемлектәренең ҡиммәтле төрҙәре орлоғон йыйыу б‑са экспедициялар ойошторола. 1956 й. башлап Б. б‑са фәнни‑тикшеренеү эштәре Ауыл хужалығы институтында алып барыла. Ауыл хужалығы зоналарында мал аҙығы ерҙәрен яҡшыртыу технологиялары уйлап табыла. 1967— 90 йй. һыубаҫар (Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, М.И.Минеев), уйһыулыҡтарҙағы (Ғөбәйҙуллин), битләүҙәрҙәге (И.М.Буторин, В.И.Казачук, М.Ҡ.Харисов) ерҙәрҙә үҫемлектәр япмаһын ҡуҙаҡлы үләндәр м‑н байытыу мөмкинлеге өйрәнелә. Юғары уңыш биреүсе культуралы көтөүлектәр булдырыу эштәре алып барыла. 1965—75 йй. Биология институтында тау‑урман зонаһы болондарын яҡшыртыу, ныҡ татырлы ерҙәрҙе болонға әйләндереү (С.И.Йәнтүрин, Б.М.Миркин һ.б.), мелиорацияланған һәм киптерелгән ерҙәрҙе рациональ ҡулланыу (Ә.Х.Моҡатанов, Ф.Х.Хәзиев) б‑са тикшеренеү эштәре тормошҡа ашырыла. БНИИСХ‑ла (Ғөбәйҙуллин, Ғ.Ҡ.Зарипова, Р.С.Йәнекәев һ.б.), Аграр университетта (С.Н.Надежкин) тәбиғи сабынлыҡ һәм көтөүлектәрҙе яҡшыртыу, сәселгәндәрен булдырыу, уларҙы рациональ файҙаланыу б‑са тикшеренеү эштәре алып барыла. 20 б. 90‑сы йй. алып респ. деградацияланған һөрөнтө ерҙәрҙе болонға әйләндереү һәм уларҙы мал аҙығы ерҙәренә күсереү б‑са саралар үткәрелә. 2006 й. ҡарай 1153,3 мең га һөрөнтө ер болонға һәм мал аҙығы биләмәләренә әйләндерелгән. 2006 й. респ. тәбиғи мал аҙығы ерҙәре майҙаны (мең га) 3610 тәшкил итә, ш. иҫ. сабынлыҡтар — 1252, көтөүлектәр — 2358. Шулай уҡ ҡара: Болондарҙы өйрәнеү ғилеме.

Әҙәб.: Губайдуллин Х.Г., Минеев М.И. Опыт создания и рационального использования культурных пастбищ. Уфа, 1989; Губайдуллин Х.Г. Пути увеличения белковых кормов. Уфа, 1991.

Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: