Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИХАЙЛОВ Дмитрий Иванович

Просмотров: 750

МИХАЙЛОВ Дмитрий Иванович [7.11.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шаран а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 5.12.2018, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР‑ҙың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1980), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1965), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940—41 йй. “Туймазабурнефть” тресында быраулаусы, 1946 й. — быраулау мастеры; 1966 й. башлап Яңауыл район быраулау эштәре идаралығы нач., 1976—84 йй. Өфө быраулау эштәре идаралығы нач. урынбаҫары. Ҡытай Халыҡ Респ. (1951—54 йй., 1956—57 йй.) һәм Францияла (1958) тәрән скважиналар быраулау б‑са консультант. РСФСР ЮС‑ының 6‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1966), Окт. Революцияһы (1971), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Н.М.Ризуанов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.11.2019