Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮПЕР ТӨҘӨҮ ИДАРАЛЫҒЫ

Просмотров: 501

КҮПЕР ТӨҘӨҮ ИДАРАЛЫҒЫ, ЯАЙ. Автоюл күперҙәрен һәм юл үткәргестәрҙе төҙөү, ремонтлау һәм ҡарау, сәнәғәт һәм граждан тәғәйенләнешле биналарҙы һ.б. объекттарҙы төҙөү м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Составына Баймаҡ (2006 й. нигеҙләнгән), Баҡалы, Белорет (икеһе лә — 2004), Күгәрсен, Стәрлебаш (икеһе лә — 2000), Өфө (1969), Фёдоровка (2005), Хәйбулла (2006) комплекстары инә. 2007 й. 1850 кеше эшләгән.

1969 й. Респ. күпер төҙөү тресының 17‑се күпер төҙөү идаралығы булараҡ ойошторола, 1992 й. алып “Автомост” ААЙ‑ның (Мәскәү) Өфө филиалы, 1998 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 2007 й. ҡарата пр‑тие тарафынан дөйөм оҙонлоғо яҡынса 20 км булған 359 автоюл күпере һәм юл үткәргес төҙөлгән.

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019