Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУЛЛАҠАЕВА Нурия Камалетдин ҡыҙы

Просмотров: 873

МУЛЛАҠАЕВА Нурия Камалетдин ҡыҙы (15.7.1931, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Яңы Сибай а., хәҙ. Сибай ҡ., — 4.11.2000, Сибай), Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). 1954—82 йй. Башҡ‑н баҡыр‑көкөрт комб‑тының Сибай байыҡтырыу ф‑каһында эшләгән: пробиркасы, өлкән флотатор, 1968 й. алып бригадир. М. бригадаһы мәғдән эшкәртеү күләме б‑са юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. БАССР ЮС‑ының 8‑се һәм 9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1970) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019