Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕФТЕКАМА ФИЛАРМОНИЯҺЫ

Просмотров: 1237

НЕФТЕКАМА ФИЛАРМОНИЯҺЫ. 1998 й. 8 ғин. Башҡорт филармонияһының филиалы булараҡ асыла, 2005 й. Нефтекама дәүләт филармонияһы. Н.ф. тәүге ижади коллективы “Һарына” (етәксеһе Р.С.Вәлмөхәмәтов) башҡ., “Эльян” (етәксеһе — БР‑ҙың һәм Мари Эл Респ. атҡ. артисы П.И.Итальева) мари концерт бригадалары, “Түңгәүер” вокаль‑хореографик бейеү ансамбле (етәксеһе Р.М.Саттаров), муз. лекторий (етәксеһе — БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Л.Х.Йосопова), “Сыңғыҙ һәм Тамерлан” цирк труппаһы (етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ш.Н.Хәлитов), “Миф” мини‑циркынан (етәксеһе А.А.Шәрипов) тора. 1999 й. “Ҡайтауаз” татар концерт бригадаһы (етәксеһе Р.Х.Ғәбдүләнов) ойошторола. 2016 й. Н.ф. составында “Ҡәрҙәштәр” (етәксеһе Р.М. Алтыншин) башҡ., “Ҡайтауаз” татар, “У Сем” (етәксеһе Р.И.Исенбаева) мари концерт бригадалары; “Сыңғыҙ һәм Тамерлан” эстрада‑цирк труппаһы, “Түңгәүер” бейеү ансамбле, муз. лекторий эшләй. Н.ф. Рәсәй, Италия, Эстония буйлап гастролдәрҙә була. Художество етәкселәре: БР‑ҙың атҡ. артисы Ю.Х. Салауатов (1998 й. алып), Ә.Ә. Фәсхетдинов (2000 й. алып), А.Д. Рәхмәтуллин (2003 й. алып). Дир.: Фәсхетдинов (1998 й. алып), М.З.Тулыбаев (2003 й. алып), Ф.Б.Сәләмәтов (2004 й. алып), Р.Р. Алтынбаев (2007 й. алып), Р.А. Исмәғилев (2011 й. алып). Респ. филармониялар фестивале (Өфө, 2004), Төбәк төрки халыҡтары дуҫлығының фестивале (Новосибирск ҡ., 2006) дипломанты.

Э.А.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.03.2024