Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАСТРУК

Просмотров: 969

БАСТРУК, осланған бүрәнәләр м‑н кәртәләнгән һәм тыштан соҡор м‑н уратып алынған нығытылған торама пункт. Төҙөү тибы б‑са тура (бүрәнәләре ергә вертикаль рәүештә ҡаҙып ултыртылған) һәм ҡыя (ауышлыҡ м‑н) Б., ш. уҡ торлаҡ (даими гарнизонлы, 100—200 кеше) һәм туҡталыу (ҙур булмаған стрелец отрядтары йәшәү өсөн) Б. айырып йөрөтөлә. Б. башнялар (мөйөштәге һәм үтеп йөрөү өсөн), торлаҡ һәм хужалыҡ ҡаралтылары, сиркәү булған. Өфө өйәҙендә Б. 17 б. барлыҡҡа килә: Кама аръяғы сик һыҙығында Саллы торама (1647—48), Кисеү туҡталыу (1652—55) Б., Ағиҙел й. буйында Тоҙ ҡайнатыу Б. (1684 й. алып Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы). 17 б. икенсе ярт. алып Б. ҡаласыҡ тип атала башлай, 18 б. — ҡәлғә. Артабан стена м‑н уратып алынған төрмәне Б. тип йөрөтәләр.

Әҙәб.: Буканова Р.Г. Солеваренный городок //Актуальные проблемы Отечественной истории: прошлое и современность. Уфа, 1992.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: