Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАТЮШИН Геральд Николаевич

Просмотров: 1155

МАТЮШИН Геральд Николаевич (14.11.1927, Өфө — 7.8.2000, Мәскәү), археолог. Тарих ф. д‑ры (1988). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) Өфө мәктәптәрендә, 1961 й. алып РФА‑ның Археология ин‑тында (1977 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге антропогенез проблемаларына һәм Көньяҡ Уралда таш быуатты өйрәнеүгә арналған. Уралда палеолит, мезолит һәм энеолит тораларын аса; Ағиҙел мәҙәниәтен, Ағиҙел буйы мәҙәниәтен, Илмырҙа мәҙәниәтен, Йәнгел мәҙәниәтен, Суртанды мәҙәниәтен һәм Ташбулат мәҙәниәтен бүлеп ҡарай. 190 фәнни хеҙмәт авторы. Рәсәй археология йәмғиәте рәйесе (1986—2000). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Х е ҙ м.: Мезолит Южного Урала. М., 1976; Энеолит Южного Урала. Лесостепь и степь. М., 1982; Неолит Южного Урала. Предуралье. М., 1996.

Әҙәб.: М о р о з о в Ю.А. Памяти Геральда Николаевича Матюшина //Уфимский археологический вестник. Уфа, 2001. Вып. 3.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019