Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НОҒОМАНОВА Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы

Просмотров: 1024

НОҒОМАНОВА Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы (18.2.1936, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Күлләр а.), йырсы (меццо-сопрано), педагог. БССР‑ҙың халыҡ (1991), БАССР‑ҙың атҡ. (1980) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1976). Ҡазан консерваторияһын тамамлағандан һуң (1967; Н.Н.Лучинина класы) 1972 й. тиклем һәм 1983—2011 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта, 1972— 83 йй. БДОБТ солисы. Киң диапазонлы көслө тауышҡа эйә, башҡарыу манераһы хис-тойғоло булыуы м‑н айырылып тора. Төп партиялары: Марта (“Фауст”, Ш.Гуно), Ана (“Биржан һәм Сара” — “Биржан и Сара”, М.Т.Түлебаев), Лаура (“Иоланта”), Полина (“Пики дамаһы” — “Пиковая дама”; икеһе лә — П.И.Чайковский) һ.б. Милли спектаклдәрҙә үҙенсәлекле, төрлө характерлы образдар ижад итә: Гөлмәриә (“Ағиҙел тулҡындары”; дебют, тәүге башҡарыусы, 1972), Яланбикә (“Дауыл”), Шәмсиә (“Ҡоҙаса”, З.Ғ.Исмәғилев), Ҡуйһылыу, Ҡарасәс (“Урал илселәре”), Көнбикә (“Салауат Юлаев”). Концерт репертуарында башҡ. халыҡ йырҙары (“Ағын һыу”, “Ашҡаҙар”, “Ғайса ахун”, “Ғилмияза”, “Ильяс”, “Хисам”, “Элмәлек”), башҡ. комп. әҫәрҙәре. СССР-ҙың халыҡ артисы Т.А.Милашкина м‑н сығыш яһай. Ленинградта БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша (1969). СССР буйлап гастролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында Ф.Ә.Килдейәрова, Й.Ә.Әбделмәнов, Л.Ғ.Әхмәтйәнова, БР‑ҙың атҡ. артисы Р.Р.Әминева һ.б.

Әҙәб.: Т р о и ц к а я Л.Н., А х м а д и е в а Р.Р. Уфимское училище искусств. Уфа, 1992. 

Р.Г.Сәғәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019