Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОБЫДЁННОВ Михаил Фёдорович

Просмотров: 1335

ОБЫДЁННОВ Михаил Фёдорович (21.11.1949, Өфө), археолог. Тарих ф. д‑ры (1992), проф. (1993). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй (2000—06 йй. төбәкте өйрәнеү һәм дәүләт идараһы каф. мөдире), 1993 й. алып Көнсығыш иҡт.-юридик гуманитар акад. проректоры, дәүләт тарихы һәм хоҡуҡ каф. мөдире, 1998 й. — Юридик колледж (Өфө) дир., бер үк ваҡытта БДУ‑ның Ватан тарихы каф. профессоры. Фәнни хеҙмәттәре бронза быуатына, Межа мәҙәниәтенә, Көньяҡ Уралда фин-уғыр ҡәбиләләренең ойошоуына һәм таралып ултырыуына, Урал-Кама буйы төбәгендә йәшәгән боронғо халыҡтарҙың рухи мәҙәниәтенә һәм һынлы сәнғәтенә арналған. Бер нисә археологик ҡомартҡыны, ш. иҫ. Иштуған ҡурғандарын, Касьянов тораһын, өйрәнгән. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Образ человека в древнем искусстве (по материалам Урала и Поволжья). Казань, 2003; Историко-культурное наследие народов Башкортостана — объект археологии: вопросы сохранения и использования. Уфа, 2007; История культуры и искусства древних и средневековых народов Среднего Поволжья и Урала. Ка‑ зань, 2014 (авторҙ.).

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019