ЛУГА МИНОМЁТ ПОЛКЫ
958
ЛУГА МИНОМЁТ ПОЛКЫ, Көньяҡ Урал хәрби округы штабы бойороғо б‑са 1942 й. февр.—окт. БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Таутөмән а. 134‑се миномёт полкы булараҡ ойошторола. Окт. алып полк Ленинград, 1944 й. дек. — 2‑се Белоруссия фронттарының 55‑се армияһы составында була. Бөйөк Ватан һуғышы барышында 1942—43 йй. Ленинградты обороналауҙа, 1944 й. Новгород-Луга операцияһында, 1945 й. Көнсығыш Пруссия һәм Берлин операцияларында ҡатнаша. 1945 й. окт. таратыла. Почётлы “Луга” исеменә лайыҡ була (1944 й. февр.). Ҡыҙыл Байраҡ (1945) һәм Александр Невский (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Полк ком. — майор М.А.Бирюков.
М.Ә.Бикмәев
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: