Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАҒАЗОВ Ғимран Сәйетйәғәфәр улы

Просмотров: 1366

МАҒАЗОВ Ғимран Сәйетйәғәфәр улы [?, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Асҡар а. (Ҡурған өлк. Әлмән р‑ны) — 7.3.1918, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Баймаҡ а., хәҙ. Баймаҡ ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. С.С.Мағазовтың туғаны. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Батша армияһында прапорщик. 1917 й. дек. алып Башҡорт хөкүмәте һәм Кесе ҡоролтай ағзаһы. 1918 й. башында Башҡ. хөкүмәтенең ҡушыуы б‑са Ғ.С.Иҙелбаев һәм Ә.Б.Ҡарамышев м‑н берлектә Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында беренсе башҡ. отряды ойоштороуға етәкселек итә. 2 мартта Баймаҡ эшсе депутаттары советы вәкилдәре тарафынан ҡулға алына. Атыла (ҡара: Баймаҡта Башҡорт хөкүмәте ағзаларын атыу).

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019