Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘЗИТОВ Ғәли Әхмәт улы

Просмотров: 1121

МӘЗИТОВ Ғәли Әхмәт улы [14.9. 1912, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Шах а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 30.1.1993, Ялта ҡ.], лётчик, гвардия подполковнигы (1954). Советтар Союзы Геройы (1944). 1939 й. Көнбайыш Украинала һуғыштарҙа, 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында, Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡазан хәрби пехота уч‑щеһын (1936), Беренсе Чкалов хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1939) тамамлаған. 1933 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. июненән Төньяҡ-Көнбайыш, Сталинград һәм Көнбайыш фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә алыҫҡа осоусы авиация 3‑сө гвардия авиация корпусы 3‑сө гвардия авиация див. өлкән штурманы гвардия майоры М. 183 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1954 й. запаста. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1941, 1942), Александр Невский (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Йәрмәкәй р‑нының Йәрмәкәй а. уға — һәйкәл, Ялтала М. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 

Р.В.Гәрәев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.04.2023