Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘЖИТОВ Ринат Марсель улы

Просмотров: 1156

МӘЖИТОВ Ринат Марсель улы (18.9.1967, Өфө), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (2009) һәм атҡ. (2002) артисы. 1988—90, 1995—2012 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1992—95 йй. “Мираҫ” фольклор бейеү ансамбле солисы. М. актёр оҫталығы, сағыу темперамент хас. Бейеүҙәре еңел һәм аныҡ хәрәкәттәр, юғары һикереүҙәр, етеҙ өйөрөлөү м‑н айырылып тора. “Бүләк”, “Ҡороҡсолар”, “Һунарсы” (ҡара: “Перовский”), “Бангладеш ритмдары һәм көйҙәре” (“Ритмы и мелодии Бангладеш”), “Төньяҡ амурҙары”, “Ут егет”, “Коряк бейеүе” (“Корякский танец”), “Француз яулығы” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара. Кремль һарайы сәхнәһендә, П.И.Чайковский ис., “Рәсәй” (бөтәһе лә — Мәскәү), “Ок т я б р ь с к и й ” (С.‑Петербург) концерт залдарында сығыш яһай. Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997), С.‑Петербургта БР мәҙәниәте көндәрендә (2001), Төркиәлә БР көндәрендә (Истанбул ҡ., 2006), “Урыҫ ҡышы” (“Русская зима”) фестивалендә (Лондон, 2005) ҡатнаша. Рәсәй һәм донъяның 15 иле буйлап гастролдәрҙә була. 

З.И.Ҡудашева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: