Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИШӘР ПОЛКТАРЫ

Просмотров: 1081

МИШӘР ПОЛКТАРЫ, мишәрҙәрҙең 1788—1814 йй. рус армияһының ҡайһы бер тактик берләшмәләренә беркетелгән еңел атлы хәрби частары. Ойошторолған ваҡытта Ырым‑ бур айырым корпусы ком. буйһонған. Тарихы 17—18 бб. мишәр отрядтары һәм командаларына барып тоташа. Һәр полк 5 сотнянан (ғәскәри старшина, 2—3 яҫауыл, 5 йөҙ башы, 10 илле башы, 50 ун башы һәм рядовойҙар — бөтәһе 570‑кә яҡын кеше) торған. М.п. хеҙмәт итеүселәр ҡоралды, кейем-һалымды, ат һәм ат егеү кәрәк-ярағын үҙе хәстәрләгән. Ырымбур губернаһынан ситтә булғанда улар тәьминәткә ҡуйылған. 1‑се М.п. 1791—92 йй. Полоцк наместниклығының Динабург ҡ. алып Рига ҡ. тиклем дәүләт сиген һаҡлауҙа, 4 Башҡорт полкы м‑н бергә 1788—90 йй. рус-швед һуғышында ҡатнаша. 1‑се һәм 2‑се М.п. Ватан һуғышында (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14) ҡатнаша.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019