Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“МЕЧТЕ НАВСТРЕЧУ”, балет театры

Просмотров: 1203

“МЕЧТЕ НАВСТРЕЧУ”, балет театры. 1967 й. Өфө пионерҙар һарайы (ҡара: Комаров В.М исемендәге балалар ижады һарайы) эргәһендә хореография студияһы булараҡ ойошторола. 1973 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 2015 й. — “Башҡортостан” дәүләт концерт залы ҡарамағында (ҡара: “Нефтсе”). 1985 й. “өлгөлө” исемен ала. Ансамбль составында 6—18 йәштәге 90‑дан ашыу ҡатнашыусы. Театр постановкалары өсөн классик бейеү стиле хас. Репертуарында П.И.Чайковскийҙың “Щелкунчик”, Ф.М.Ғафуровтың “Тере шишмә” (“Родник жизни”), Р.В.Сәлмәнов музыкаһына “Башҡорт әкиәте” (“Башкирская сказ‑ ка”), Р.Ғ.Ҡасимов, Ғафуров, Н.Ғ.Сабитов — “Тылсымлы ҡурай” (“Вол‑ шебный курай”), Б.Бриттен — “Ҡыйыш көҙгөләр короллеге” (“Королевство кривых зеркал”), Л.Делиб — “Секундочка” балеттары; “Сәләм, Башҡортостан!” (“Салям, Башкортостан!”; Р.Ә.Мортазин музыкаһына), “Аҡ ҡайындар” (“Белые берёзы”; М.М.Вәлиев музыкаһына), “Аве Ма‑ рия” (Ф.Шуберт), “Ялҡын симфо‑ нияһы” (“Симфония огня”; Л.Бетхо‑ вен), “Тылсымлы хыялдар” (“Вол‑ шебные грёзы”; В.А.Моцарт), “Ҙур һоҡланғыс вальс” (“Большой блестя‑ щий вальс”; Ф.Шопен), “Урыҫ биҙәк‑ тәре” (“Русские узоры”; М.И.Глинка) һ.б. хореографик композициялар. Рәсәй, Төркиә буйлап гастролдәрҙә була. “Еңеү яҙы” (“Весна Победы”) Бөтә Союз (1987) һәм респ. (1995) халыҡ ижады, “Тылсымлы йондоҙсоҡтар” (“Волшебные звёздочки”) бала‑ лар ижады (2008), “Дуҫлыҡ сәскәлеге” (“Соцветие дружбы”) милли мәҙәниәт (2011) фестивалдәре, “Башҡортостан йондоҙсоҡтары” (“Звёздочки Башкортостана”) йәш таланттар конкур‑ сы (2005; бөтәһе лә — Өфө), “Минең Пушкин” (“Мой Пушкин”) Бөтә Рәсәй балалар ижады байрамы (Псков өлк. Пушкинские Горы ҡасабаһы, 2000), “Бала саҡдонъяһы” (“Мир детства”, Мәскәү; Анталия ҡ., Төркиә; икеһе лә — 2007; Гран‑при), “Көҙгө вальс” (“Осенний вальс”) конкурс‑фестива‑ ле (Париж), “Яҙғы шишмә” (“Весен‑ ний источник”; Карлови‑Вари ҡ., Чехия, икеһе лә — 2008), “Таланттар салюты” (“Салют талантов”) проекты сиктәрендәге (С.‑Петербург, 2009), “Көмөш ҡар” (“Серебряный снег”; Шиофок ҡ., Венгрия, 2010), “VIVA MILANO” (Милан, Италия; 2011), “Талант ҡанаттарында” (“На крыль‑ ях таланта”) конкурсы (Өфө, 2012), “Пекин йондоҙо” (“Звезда Пекина”, Пекин, 2014), “Башҡортостан йондоҙо” (“Звезда Башкирии”, 2015) балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурс‑фести‑ валдәре лауреаты; Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале (1989; икеһе лә — Өфө), бөтә Рәсәй заманса һәм клас‑ сик бейеүҙәр (Стәрлетамаҡ ҡ., 1994), “Күңел осошо” (“Душой исполнен‑ ный полёт”; С.‑Петербург) фестива‑ ле, “Бәхет ҡошо” (“Синяя птица”; Мәскәү, икеһе лә — 2002) балаларҙың үҙешмәкәр муз. театрҙары фестивал‑ дәре һ.б. дипломанты. Ойоштороусыһы, художество етәксеһе һәм бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы — БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, БР‑ҙың мәға‑ риф отличнигы И.И.Фомичёва. 

О.Ғ.Вилданова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019