Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИНОМЁТ ПОЛКТАРЫ

Просмотров: 867

МИНОМЁТ ПОЛКТАРЫ, 1942 й. февр.—июнендә СССР‑ҙың Оборона ХК бойороғо б‑са БАССР‑ҙың Бүздәк р‑нында 120—123‑сө айырым М.п. булараҡ ойошторола. Полк составына 2 дивизион ингән. Авг.—сент. М.п. Юғары баш командалығы резервында торған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1943—44 йй. Ленинградты обороналауҙа (120‑се М.п.), 1944 й. Белоруссия (121‑се М.п.), Псков (122‑се М.п.), Витебск-Орша (123‑сө М.п.), 1945 й. Берлин (120‑се, 122‑се, 123‑сө М.п.), Көнсығыш Пруссия (121‑се М.п.) операцияларында ҡатнашалар. 1945 й. — 120—122‑се М.п., 1946 й. 123‑сө М.п таратыла. Һуғышта күрһәткән хеҙмәттәре өсөн 122‑се М.п. почётлы “Псков” (1944) исеменә лайыҡ була.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019