Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОСТАЕВ Хашим Фәтих улы

Просмотров: 1039

МОСТАЕВ Хашим Фәтих улы [11.9. 1918, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡаҙарма а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 24.12.2015, Өфө], балет артисы, балетмейстер. БР‑ҙың атҡ. cәнғәт эшмәкәре (1999), БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1988). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр- художество уч‑щеһын (1938; педагогы К.В.Матсон), Ленинград хореография уч‑щеһын (1946; педагогы Б.В.Шавров) тамамлаған. 1936—38 йй. БАДТ актёры, 1943—45 йй. БДОБТ балеты, 1946 й. алып С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры солисы, 1964 й. — Өфө сәнғәт уч‑щеһының хореография бүлеге мөдире, 1965 й. — А.Я.Ваганова ис. Ленинград хореография уч‑щеһында уҡыта, 1970—74 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, 1995—2013 йй. балетм., 1982—92 йй. “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы (Өфө) эргәһендәге “Ләйсән” бейеү студияһының художество етәксеһе. М. башҡарыуы пластика һәм еңел хәрәкәттәрҙе оҫта берләштереүе, аристократ һомғоллоғо, артист оҫталығы м‑н айырылып тора. Төп партиялары: БДОБТ сәхнәһендә — Арыҫланбай, Йомағол (“Сыңрау торна”; дебют, 1944), Гәрәй (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев), Нур (“Зөһрә”, Н.Ғ.Йыһанов); С.М. Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры сәхнәһендә — Фрондосо (“Лауренсия”, А.А.Крейн), Ганс (“Жизель”, А.Адан), Парис (“Ромео һәм Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, С.С.Прокофьев). А.Г.Рубинштейндың “Иблис” (“Демон”), Ю.А. Шапориндың “Декабристар” (“Декабристы”) операларында бейеүҙәр (икеһе лә — 1950), Ленинград хореография уч‑щеһының сығарылыш спектаклдәрен — С.А.Заранектың “Хыял” (“Мечта”; 1947), “Тыныслыҡ күгәрсене” (“Голубь Мира”; 1951), Г.А.Портновтың “Ҡар ҡыҙы” (“Дочь снегов”; 1956); БДОБТ‑ла Х.Ш.Заимов м‑н А.Г. Чугаевтың “Ҡара йөҙҙәр” (“Черноликие”; 1965), “Гөлнәзирә” балеттарын; Заимов музыкаһына “Көтөүсе йыры”, Йыһанов музыкаһына “Татар романсы” концерт номерҙарын; Ф.Ғәскәров ис. халыҡ бейеүҙәре ансамблендә “Ирәндек”, “Ҡумыҙ менән бейеү”, “Азамат”, “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Сәскә атыусы ҡурай” һ.б. бейеүҙәр ҡуя. Ю.Н.Григорович, Н.М. Дудинская, И.А.Колпакова, Н.А.Кургапкина, З.Ә.Насретдинова, Р.Х.Нуриев, Г.С.Уланова, А.Я. Шелест һ.б. м‑н сығыш яһай. М.Ғафури ис. пр. лауреаты (2007). “Шоңҡар” (“Шонкар”; 2008) романы, “Алыҫ һәм яҡын” (“Далёкое и близкое”; 2012) хәтирәләр китап-альбомы авторы. 

О.Ғ.Вилданова, Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019