МӨХӘМӘТОВ Руслан Радаль улы
МӨХӘМӘТОВ Руслан Радаль улы (26.6.1975, Өфө), балет артисы. БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1997) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1993; педагогы Ш.Ә.Тереғолов) 2013 й. авг. тиклем БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 2007 й. алып Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография колледжында уҡыта. М. бейеүе музыкаллеге, кәүҙәләндереү сараларының байлығы, экспрессия, йылдам әйләнештәр, еңел юғары һикерештәр м‑н айырылып тора. Төп партиялары: Колен (“Файҙаһыҙһаҡлыҡ” — “Тщетная предосторожность”, П.Гертель; дебют, 1994), Базиль һәм Эспада (“Дон Кихот”), Солор (“Баядерка”; икеһе лә — Л.Ф.Минкус), Альберт, Ганс (“Жизель”, А.Адан), Щелкунчик—Принц, Сысҡандар короле һәм Дроссельмейер (“Щелкунчик”), Зигфрид һәм Ротбард (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”; икеһе лә — П.И. Чайковский), Гюрн (“Сильфида”, Х.Левенсхольд), Тибальд һәм Меркуцио (“Ромео һәм Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, С.С.Прокофьев) һ.б. Иң яҡшы партияларының береһе Арыҫланбай (“Сыңрау торна”) милли колорит м‑н һуғарылған. Сура партияһын (“Арҡайым” — “Аркаим”, Л.З.Исмәғилева, 2005) тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында Адан, Л.Готшалк, Чайковский, Ф.Шопен музыкаһына хореографик миниатюралар бар. Рәсәй һәм сит илдәр (Бөйөк Британия, Италия, Ҡытай, Нидерланд, Португалия һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була.
Р.Г.Латипова
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова