Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЫҠ БЕЙЕҮЕ

Просмотров: 1772

ХАЛЫҠ БЕЙЕҮЕ, халыҡ сәнғәтенең иң боронғо төрө. Башҡорттарҙа Х.б. халыҡтың тарихи һәм соц. тормош шарттары йоғонтоһонда формалашҡан һәм үҫешкән. Унда хеҙмәт эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре, төрлө йола һәм дини инаныуҙар, тирә-яҡ тәбиғәтте, йәнлек, ҡош, хайуан ҡылыҡта­рын образлы ҡабул итеү сағылдырылған. Х.б. — халыҡ байрамдарының айырып алғыһыҙ өлөшө, сәнғәттең башҡа төрҙәре, башлыса музыка м-н тығыҙ бәйләнгән. Иң боронғо бейеүҙәргә һунарсы бейеүҙәре, тәбиғәт һәм хайуан культтарына (ҡара: Айыу культы, Ат культы, Болан культы, Бүре культы, Ҡоштар культы) бәйле бейеүҙәр ҡарай. Х.б. эпостар, легендалар, риүәйәттәрҙәтелгә алына. И.И.Лепёхин шаман һәм эпик бейеүҙәрҙе, П.С.Паллас — хайуандарға, С.Г.Рыбаков ҡоштарға оҡшатып бейеүҙәрҙе, С.И.Руденко ҡатын-ҡыҙҙарҙың йола әйлән-бәйлән бейеүҙәрен тасуирлаған.

Тематикаһы б-са Х.б. йола һәм уйын бейеүҙәренә бүленә. Күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙар башҡарған йола бейеүҙәрендә исламға тиклемге дини инаныуҙар: анимизм, магия, тотемизм, шаманлыҡ эҙемтәләре һаҡлана. Уларға әйлән-бәйлән (“Түңәрәк уйыны”, “Өс таған”, “Өс бүкән”, “Шайтан уйыны”, “Аҡҡош” һ.б.), туй (“Ҡыҙҙар бейеүе”, “Киленсәк”, “Һыу юлы”) һ.б. бейеүҙәр инә. Уйын бейеүҙәре башлыса хеҙмәт һәм көнкүреш темаһына арналған: “Һунарсы”, “Көтөүсе”, “Иләү”, ш. уҡ уларға төрлө үҙләштерелгән бейеүҙәр [“Тәрпәкә”, “Казак бейеүе” (“Казачий”), “Краковяк”, “Сербиянка” һ.б.] ҡарай. Х.б. күп тапҡыр ҡабатланған фигуралы хәрәкәттәр хас: фигураның беренсе өлөшөндәге еңел, тауышһыҙ, һалмаҡ хәрәкәттәр икенсе өлөшөндә киҫкен хәрәкәттәр м-н алмашына. Һалмаҡ алмаш аҙым үҙенсәлекле нәфис рефрен ролен үтәй: йыш ҡына фигура алмаш аҙымдан башлана һәм уйын йәки оҡшатыу хәрәкәте м-н тамамлана. Аяҡ хәрәкәттәре ҡатын-ҡыҙ бейеүҙәрендә лә, ир-егет бейеүҙәрендә лә төрлөлөгө м-н айырыла; күбеһенсә аҙымдарҙан һәм тыпырлауҙан тора: ябай аҙым, йәнәш аҙым — бер аяҡ табанының эске яғын икенсеһенә һуғыу, аяҡ осонан тотош табанға баҫыу, “асамайлап” аҙымлау, ситкә, артҡа “еңел” аҙымдар яһау, һикереп-йүгереп аҙымлау һ.б. Тыпырлау хәрәкәттәре ябай һәм ҡатмарлы төрҙәргә айырыла. Улар ат хәрәкәттәренә оҡшатыуҙан барлыҡҡа килә (“ат сабыу”, “юрға йөрөшө”, “ат саптырыу”, “ат йүгереүе”, “үрәпсеү” һ.б.).

Башҡорт хореографияһында сағыу тасуирлыҡҡа ҡоролған яңғыҙ бейеүҙәр айырыуса үҫешкән формаларға эйә. Башҡарыусылар йөҙгә-йөҙ тороп бер-береһе м-н шаярып ярышҡан дуэт бейеүҙәре (“Ҡара-ҡаршы”, “Ҡаршы бейеү”, “Ҡапма- ҡаршы”),трио бейеүҙәре (“Өс мөйөш”), бәләкәй состав бейеүҙәре (“Дүртле”, “Дүрт мөйөш”), коллектив бейеүҙәр [“Түңәрәк уйыны”,“Үткес” (нимәлер аша үтеү), “Үткәрмеш” (нимәлер аша үткәреү)] киң таралған.

Төрлө һынлы хәрәкәттәргә (уҡ атыу, ҡамсы йәки сыбыртҡы м-н һуғыу, атта йөрөү, табыш аңдыу, һунар ҡошоноң ҡанаттарына оҡшатып ҡул остарын һелкетеү һ.б.) нигеҙләнгән ир-егет бейеүҙәре һунарсы, яугир, оҫта һыбайлы, батыр егет образын кәүҙәләндерә (ҡара: “Байыҡ”, “Перовский”). Ҡатын-ҡыҙ бейеүҙәрендәге хәрәкәттәр төрлө хеҙмәт процестарына (йөн тетеү, иләү, май яҙыу, сигеү һ.б.) бәйле. Ҡатын-ҡыҙ бейеүҙәре ҡул бармаҡтарын шартлатыу, яурын һелкетеү, ҡулдарҙы ян-яҡҡа сайҡалдырыу һәм күбәләктәр, ҡоштар осошон, ағас япраҡтары тирбәлеүен сағылдырған “сыңғырлау” хәрәкәттәре м-н билдәләнә. Күп кеше ҡатнашҡан бейеүҙәрҙең күпселеге түңәрәк мизансәхнәләргә нигеҙләнә, солистар түңәрәктең үҙәгендә өйрөлә; ш. уҡ бер рәткә теҙелеп бейеү була.

Х.б. дөңгөр, думбыра, ҡумыҙ, ҡурай (ҡайһы берҙә таҡмаҡ м-н оҙатылған), 19 б. аҙ. — 20 б. башында гармун, мандолина, скрипка аккомпанементында башҡарыла. Йыш ҡына ҡатын-ҡыҙҙар бейеү көйҙәре ритмын сығарып бейей, һуҡма музыка ҡоралдары булып ағас түшәмә, яҫы таш, тимер киҫәге, биҙрә һәм батмус тора. Беләҙектәрҙәге, сәс биҙәүестәрендәге, түшелдеректәрҙәге һәм кейемдәрҙәге (ҡара: Башҡорт кейеме) көмөш тәңкәләр һәм сулпылар сыңлауы өҫтәмә тауыш эффекты бирә.

Беренсе тапҡыр сәхнәлә башҡорттарҙың көнкүреш бейеүҙәре “Ширҡәт” театр труппаһы артистары Б.Ә.Йосопова, В.Мортазин-Иманский һ.б. тарафынан башҡарыла. 1927 й. Х.б. өлгөләрен Т.Рәшитова Мәскәүҙә “Этнодонъя” Ғилми-художество йәмғиәте программаларында күрһәтә.

Х.б. тәүге тапҡыр Ф.Ә.Ғәскәров тарафынан тикшерелгән [“Башҡорт бейеүҙәре” (“Башкирские танцы”), 1958], ул башҡорт бейеүҙәренең үҙенсәлеген һаҡлап ҡалып, уларҙы проф. сәхнәлә башҡарыр өсөн эшкәрткән. Уның постановкалары Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) репертуарының нигеҙен тәшкил итә. Башҡорттарҙың традицион хореографияһын өйрәнеүгә Л.И.Нагаеваның фәнни хеҙмәттәре арналған, ул экспедициялар материалдарына таянып юғала барған Х.б. тергеҙгән. Улар халыҡ-ара фестивалдәрҙә һәм конференцияларҙа күрһәтелгән һәм юғары баһаланған (Таллин, 1982; Новгород, 1986; Мәскәү, 1978, 1980, 1988; Алма-Ата, Австрия; икеһе лә — 1989).

Билдәле Х.б. башҡарыусылар араһында Р.С.Бәҙретдинов, Й.А.Вәхитов, Ф.Ғ.Ғәбитов, К.М.Дияров, М.Р.Иҙрисов, Х.Ә.Ишбирҙин, М. Ишмырҙина, С.Ф.Мохаярова, Р.Ғ. Туйсина, К.А.Утарбаева, Ф.С.Һатлыҡов һ.б. бар. Х.б. популярлығы “Дуҫлыҡ”,“Ирәмәл”,“Ирәндек”,“Йәш­лек”, “Ҡобайыр”, “Ләйсән”, “Мираҫ” һ.б. халыҡ бейеү ансамблдәре барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә.

Әҙәб.: Н а г а е в а Л.И. Танцы восточных башкир. М., 1981.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.04.2023