Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАСРЕТДИНОВА Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы

Просмотров: 1094

НАСРЕТДИНОВА Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы (14.8.1923, Өфө — 1.10.2009, шунда уҡ), балет артисы. СССР‑ҙың халыҡ (1955), РСФСР‑ҙың халыҡ (1954) һәм атҡ. (1949), БАССР‑ҙың атҡ. (1946) артисы. Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1941; педагогы Е.В.Ширипина) БДОБТ солисы, 1965 й. алып педагог‑репетиторы. Беренсе проф. башҡ. балеринаһы, урыҫ классик бейеү мәктәбенең иң күренекле вәкиле. Н. үҙенең башҡарыуында нескә оҫталыҡты, артистик башҡарылышты еңел һәм етеҙ хәрәкәттәр м‑н берләштерә, геройҙарының эске донъяһын асып, уларға күтәренке рух бирергә тырыша. Төп партиялары: Сванильда (“Коппелия”; дебют, 1941), Жизель (А.Адандың ш. уҡ исемле балеты), Зарема (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев), Китри (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус), Одетта—Одиллия (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский) һ.б. Лауренсия (А.А.Крейндың ш. уҡ исемле балеты), Тао Хоа (“Ҡыҙыл мәк” — “Красный мак”, Р.М.Глиэр), Франциска (“Зәңгәр Дунай” — “Голубой Дунай”, И.Штраус), Зарифа (“Тау риүәйәте” — “Горная быль”, А.С.Ключарёв), Зәйтүнгөл (“Сыңрау торна”) һ.б. партияларын тәүге башҡарыусы. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша(1955). СССР һәм сит илдәр (Англия, Ирландия, Польша, Корея, Монголия һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. “Сыңрау торна” (“Журавлиная пенсь”) фильм‑балетында (Свердловск к/ст, 1959) Торналар башлығы ролен башҡара. “Бейеү мэтры” номинацияһында “Балет” ж. “Бейеү күңеле” призына (2006), “Намыҫ һәм дәрәжә өсөн” номинацияһында Рәсәй милли театрының “Алтын маска” пр. (2008; икеһе лә — Мәскәү) приздарына лайыҡ була. Окт. Революцияһы (1976), “Почёт Билдәһе” (1946) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Жиленко Н.А. Гран-па башкирского балета. Уфа, 2008.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.08.2021