Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАФИҠОВА Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы

Просмотров: 1088

НАФИҠОВА Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы (20.3.1938, Өфө — 26.1. 2008, шунда уҡ), балет артисы. РСФСР‑ҙың халыҡ (1974) һәм атҡ. (1971), БАССР‑ҙың атҡ. (1963) артисы. Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1956; педагогы Н.В.Балтасиева) 1987 й. тиклем БДОБТ солисы, 1986—97 йй. Башҡ. хореография уч‑щеһында уҡыта. Н. сәнғәте лирик-драматик йүнәлеше, музыкаллеге, актёр оҫталығы һәм сағыу темпераменты, шымартылған бейеү техникаһы м‑н айырылып тора. Төп партиялары: Зарема (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев; дебют, 1957), Ғәлимә (“Ҡара йөҙҙәр” — “Черноликие”, Х.Ш.Заимов һәм А.Г.Чугаев), Зәйтүнгөл (“Сыңрау торна”), Китри (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус), Одетта — Одиллия (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский), Франциска (“Зәңгәр Дунай” — “Голубой Дунай”, И.Штраус) һ.б. Кармен партияһы балерина ижадында иң уңышлыһы һанала (“Кармен‑сюита”, Ж.Бизе — Р.К.Щедрин). СССР‑ҙың Ҙур театры сәхнәһендә, Кремль һарайында сығыш яһай. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡҡ. БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша. СССР һәм сит илдәр (Австрия, Гвинея, Германия, Чехословакия, Япония һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Вена, 1959) лауреаты. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1977). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019