Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘМЛИЕВА Гөлнур Хәйбулла ҡыҙы

Просмотров: 905

МӘМЛИЕВА Гөлнур Хәйбулла ҡыҙы (1.7.1931, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Булат а.), халыҡ йырсыһы, импровизатор. Темәс башҡ. пед. уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1955) 1981 й. тиклем Әбйәлил р‑нының төрлө мәктәптәрендә уҡыта. М. сәнғәте юғары башҡарыу оҫталығы, халыҡ традицияларына таяныуы, трактовкалау тәрәнлеге м‑н айырылып тора. Репертуарында 100‑ҙән ашыу муз. фольклор өлгөләре: Ш.Әминев-Тамъяниҙың “Урал”, “Ҡурай бәйете”; Ғәбит сәсәндең “Һаҡал”, “Һаҡмар бәйете”, “Һунарсы” һамағы һ.б.; ш. уҡ үҙе ижад иткән әҫәрҙәр. “Ҡомартҡы” фольклор төркөмөн ойоштороусы һәм уның етәксеһе (1989). “Йомабай Иҫәнбаев көндәре” Респ. халыҡ сәнғәте байрамы (Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а., 1989), респ. сәсәндәр (Гран-при) һәм “Әйтеш” (икеһе лә — Өфө, 1991) конкурстары лауреаты. 

Ю.И.Ғәйнетдинов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019