Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИРАСОВ Сәғит Ғөбәйҙулла улы

Просмотров: 1373

МИРАСОВ Сәғит Ғөбәйҙулла улы [1880, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Мерәҫ а. (Ырымбур өлк. Яңы Сергиевка р‑ны) — 1932, Стәрлетамаҡ ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, тарихсы, фольклорсы. Тыуған ауылында мәҙрәсә тамамлаған. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезы делегаты. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарын ойоштороусыларҙың береһе. 1914—17 йй. Ырымбур ҡ. Кооперативтар союзы идараһы ағзаһы. 1917 й. майынан Башҡорт өлкә бюроһы ағзаһы, июндән “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” гәз. мөхәррире, июлдән Башҡорт мәркәз шураһы рәйесе урынбаҫары, “Башҡорт” гәз. мөхәррире. Декабрҙән Башҡорт хөкүмәте һәм Кесе ҡоролтай ағзаһы, Башҡортостандың Баш Диниә назараты мөфтөйө (ҡара: Диниә назараты). 1918 й. 17 февр. — 4 апр. Ырымбур губерна хәрби-революцион комитеты күрһәтмәһе б‑са Башҡ. хөкүмәтенең башҡа ағзалары м‑н бергә һаҡ аҫтында тотола. Июндән Башҡ. мәркәз шураһы рәйесе, июлдә Башҡ. хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеген ойоштора һәм уға етәкселек итә, 8—23 сент. Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша. 1919 й. февр. башлап Башҡортостан хәрби-революцион комитетының агитация-ағартыу бүлегендә эшләй, апр. — Туҡ-Соран кантоны хәрби комиссариатының агитация-ағартыу бүлеге мөдире. 1919—20 йй. АСБР Эске эштәр ХК‑ның статистика бүлеге мөдире. 20‑се йй. ғилми һәм уҡытыу эше м‑н шөғөлләнә, Академүҙәктә эшләй, “Башҡорт аймағы”н нәшер итеүҙә ҡатнаша. М. башҡ. алфавитын эшләүҙә ҡатнаша, башҡ. тарихын, әҙәбиәтен һәм фольклорын өйрәнә. 1922 й. тәүге тапҡыр Салауат Юлаевтың 7 шиғырын башҡ. теленә тәржемә итеп (Р.Г.Игнатьев текстары б‑са), баҫтырып сығара.

Х е ҙ м.: Башҡорт тарихына бер ҡараш //Ватандаш. 1996. №1—3; ш у н д а у ҡ. 1997. №1—4; Историческое прошлое башкир // Краеведческий сборник. 1928—1930. №3—4.

Әҙәб.: Я р м у л л и н А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: С.Ғ.Мирасов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.01.2024